Фәриҙә Ҡудашеваға таҡтаташ асыу мөмкинлеге ҡарала

Республиканың сәнғәт һәм мәҙәниәт доньяһы билдәле йырсы Фәриҙә Ҡудашеваның исемен мәңгеләштереү башланғысы менән сыҡты. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисының тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестары был аҙнала Башҡорт дәүләт филармонияһында хәйриә концерты ойоштора. Унда йыйылған аҡса Фәриҙә Ҡудашева йәшәгән йортҡа мемориал таҡтаташ ҡуйыуға тотоноласаҡ. Әле Өфөлә йырсының исемен бер урам йөрөтә. шулай уҡ башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» фестивале лә Фәриҙә Ҡудашева исеме менән атала.



Яндекс.Метрика