Фура түңкәрелгән

Интернет селтәрендә М5 юлында һуған тейәгән йөк машинаһының авария мәлен видеотеркәүес төшөрөп алған.Күреүегеҙсә, алда китеп барған фураларҙы тәүҙә бер, һуңынан икенсе еңел автомобиль уҙырға теләй. Уларҙың береһенең водителе идара итеүҙе юғалтып йөк машинаһына килеп бәрелә. Һөҙөмтәлә фура юл ситенә ауып түңкәрелә. Был юл-транспорт фажиғәһендә ғәйепле водитель кюветҡа оса, икенсеһе авария урынынан ҡасҡан.

Яндекс.Метрика