Генерал Мәхмүт Гәрәев 92 йәшендә тыуған тупрағына аяҡ баҫты

Хәрби фәндәр һәм тарих фәндәре докторы, тиҫтәләгән китап һәм ғилми эш авторы, ярты быуат эсендә алты һуғыш үткән генерал Мәхмүт Гәрәев 92 йәшендә тыуған тупрағына аяҡ баҫты. Был иҫтәлекле ваҡиғаны уның юбилейы хөрмәтенә музей асҡан яҡташтары ике йыл көттө.Данлыҡлы генерал илдең төрлө төбәктәрендә хеҙмәт иткән. Тыуған ҡалаһы – Силәбе, йәшәгәне – Мәскәү, үткәндәре һанап та бөтөргөһөҙ. Әммә тап Шишмә районы Сәлих ауылын ул тыуған төйәгем, тип таный. Мәхмүт Гәрәевтың ата-бабаһы ошо ерҙә нигеҙ һалған. Яҡташтары менән осрашыуға Мәхмүт Әхмәт улы ҡыҙы Ғәлиә, өс ейәнсәре һәм бүләһе менән ҡайтҡан. Туғаны Венера ханым Сафуанова Тыныслыҡ урамында әле лә һаҡланған олатай йортон күрһәтә, ә ҡаршы яҡта яңы төҙөлгән өй ихатаһында генералдың атай йорто нигеҙен таба. Мәхмүт Әхмәт улы һәм уның балалары өсөн был айырыуса тулҡынландырғыс мәл. Генералдың ҡыҙы, Ғәлиә Крайнова әйтеүенсә, Мәхмүт Әхмәт улы Башҡортостандың Шишмә районына килергә күптән хыяллана. Ике йыл элек Сәлихта Башҡорт Дәүләт Педагогия университеты тырышлығы менән Гәрәев музейы асылғас та йыйынғайны, теләге быйыл, ниһәйәт, тормошҡа ашты, тип һөйөнә ул. Мәхмүт Гәрәев 18 йәшендә Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙыу фронтына эләккән ябай һалдаттан алып генерал дәрәжәһен ҡаҙанған данлыҡлы шәхес. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Алыҫ Көнсығышҡа, Япондар менән алышҡа юллана, Ҡытайҙы азат итеү армияһында була, һуңынан Мысырҙа, артабан Афғанстанда хәрби кәңәшсе вазифаһында хеҙмәт итә. Алты һуғышты үткән ветерандың абруйлы фекере әле лә көнүҙәк. Илебеҙҙең шанлы тарихы менән ғорурланам, һис кемгә баш эймәүебеҙ, тыуған илде һаҡлап ҡалыуыбыҙға шатмын, артабан да һаҡлаясағыбыҙға ышанам, тине генерал Гәрәев. Ватанды һөйөү тыуған тупраҡтан башлана. Илебеҙҙе яратығыҙ, яҡындарығыҙҙы ихтирам итегеҙ һәм татыу  бер ғаилә һымаҡ йәшәгеҙ. Генерал Гәрәев уның менән ғорур яҡташтарына ошо теләктәре аша хөрмәтен һәм рәхмәтен белдерҙе. 

Яндекс.Метрика