Халыҡтың йән башына уртаса килеме 24 мең 500 һумға еткән

Үткән  ете ай йомғаҡтары буйынса халыҡтың йән башына уртаса килеме 24 мең 500 һумға еткән һәм былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 6,4 процентҡа артҡан. Йыл башынан республика буйынса, иҡтисадтың реаль секторында хеҙмәт хаҡы үҫеше кәмегән. Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майындағы «Дәүләт социаль сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар тураһында»ғы Указы менән 2018 йылға хеҙмәт хаҡы күләмен 1,4-1,5 тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйылған. Һуңғы өс йылда Башҡортостанда эш хаҡы — 1,13, Рәсәйҙә 1,15 тапҡырға артҡан. Республикала иң түбән хеҙмәт хаҡын ауыл һәм урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ала — 13,6 мең һум. 



Яндекс.Метрика