Хеҙмәт хаҡын кем түләр?

Кемгә бурыслымын, ғәфү итәм.Башҡаланың Октябрь районы биләмәләренең береһендә йыл ярым эшләп ябылған Заречье ойошмаһы етәкселеге хеҙмәткәрҙәрен шулай, тип ярлыҡай. Ә торлаҡ файҙаланыу участкаһында икешәр тиҫтә йыл эшләгән йыйыштырыусы, буяусы, ихата һепереүсе һәм башҡа һөнәр эйәләре өс ай хеҙмәт хаҡын алмай, бурысҡа йәшәргә мәжбүр.

Ихата һепереүсе эшен егерме йыл башҡарған Сажиҙә Хәбирова быйыл отпускыһын да бурысҡа алған. Балаларҙы уҡыу йылына кейендереү түгел, икмәк алырлыҡ аҡса ла ҡалманы, тип зарлана ябылған Заречье йәмғиәтенең элекке хеҙмәткәрҙәре. Ошо йәшел ҡағыҙ остоғо уҡ торлаҡ хужалығын яңыртып ҡороу зарурлығының заман талабы икәненә ишара. Торлаҡ хужалығының һәр кем тормошона ҡағылған мөһим өлкә булыуын дәлилләп, республика башлығы Рөстәм Хәмитов, тармаҡта халыҡ ышанысын юғалтыуҙан һаҡланырға кәрәк, тип билдәләгәйне. Был йәһәттән идара итеүсе компанияларҙан быйыл май айынан башлап эшмәкәрлеккә лицензия талап ителәсәген дә белдергәйне. Заречье ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы тураһындағы зарын яҡшы белә. Тик бурысынан ваз кисеп, хеҙмәт хаҡын күсереүҙе Октябрь районы торлаҡ хужалығы идаралығы тотҡарлай, тип белдерә. Ойошманың ишектәре бикле, элекке етәксе беҙҙең һорауҙарға телефон аша яуап бирҙе. Башҡаланың Октябрь районы торлаҡ хужалығы идаралығы иһә хәлде асыҡлап, үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбатлай. Заречьеға аҡса ваҡытында күсерелгән. Йыллыҡ отпускыға ла, компенсацияға ла дәғүә итмәй, күндәм эшселәр, хеҙмәт хаҡын көтә. Ихата таҙалығын хәстәрләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе тиҫтә йылдар эсендә үҙ итеп өлгөргән йорт хужалары улар менән бергә ғәҙеллеккә өмөт бағлай.  Дүртенсе ай хеҙмәт хаҡын көткән эшселәр бурыстарын ҡәҙимгесә үтәй бирә. Ошонда йәшәгән халыҡ ҡәнәғәт ҡалһын, тип тырышалар. Йорт хужалары уларҙы, эш урынында һәр кем шундай яуаплылыҡ тойһа ине, тип ҡеүәтләй. 

Яндекс.Метрика