Хеҙмәткә саҡырыусылар теләге буйынса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында альтернатив хеҙмәт үтә ала

Мәҙәни учреждение альтернатив хеҙмәт буйынса махсус исемлеккә индерелде. Тик, театрҙа ваканциялар бик аҙ буласаҡ, тип күҙаллана. Армияға саҡырыусыларҙың һирәктәре генә альтернатив хеҙмәтте һайлай. Быйыл, мәҫәлән, 4 егеттең ошондай теләге ҡәнәғәтләндерелгән. Армияға дөйөм контингенттың яртыһынан күбеһе оҙатылған. Башҡортостан хәрби коммиссары Анатолий Балтинский билдәләүенсә, ҡайһы бер райондарҙа ғәскәрҙәргә призывниктарҙы тиҙ арала ебәреү буйынса проблемалар бар.  Әле республиканан 3 мең егет үҙәк, көнсығыш, көнъяҡ, һәм көнбайыш хәрби округтарының ғәскәрҙәренә оҙатылған. Улар урындарҙа хәрби ант бирә һәм хеҙмәтен башлай. Көнбайыш хәрби округына ғына иң күп призывник ебәрелгән. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Рөстәм Мәрҙәнов менән осрашыуҙа Анатолий Балтинский йәштәрҙе армияға оҙатыуҙа өҙөклөктәр юҡ, тип белдерҙе. Быйыл хәрби комиссариаттарға тиҫтәләгән егет килмәгән. Уларҙың 21-нә ҡарата хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыу өсөн материал тупланған.

Яндекс.Метрика