Һәләтле ижад кешеләренә Дәүләт премиялары тапшырылды

Шәйехзада Бабич  исемендәге республика йәштәр премияһы һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты исеменә  быйыл 7 ижадсы лайыҡ булды. Тәүгеһенә Артур Нәзиуллин, Айгөл Ишбирҙина, Вера Фролова, Айгиз Баймөхәмәтов лайыҡ тип табылһа, журналистар араһында  Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге  премия Гүзәл Агишева,  Юрий Нестеренко һәм Рамилә Мусинаға тапшырылды. Лауреаттарҙы Хөкүмәт премьер министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрикләне. Премия исемен йөрөтөүсе ике бөйөк шәхесте лә тыуған иленә һөйөү һәм халҡына фиҙаҡәр хеҙмәте берләштерә,  бөгөн лауреаттарҙың да хеҙмәтен һәм талантын йәмғиәт кенә түгел Дәүләт тә юғары кимәлдә баһаланы.  



Яндекс.Метрика