Һөнәри белем алыу өсөн аҙ тәьмин ителгән граждандарға финанс ярҙам күрһәтелә башлай

 Улар быға тиклем социаль контракт сиктәрендә үҙ эшен асыуға, шәхси хужалыҡта кәрәк- яраҡтар алыу өсөн аҡсалата ярҙамға дәғүә итә алһа, хәҙер контракттың сиктәре киңәйтелде. Юлиә халыҡты эшменән тәьмин итеү хеҙмәтенең уҡытыу үҙәгенә Әбйәлил районынан килгән. Ҡасандыр табип булырға хыялланған ҡыҙ һаулығы насарайыу сәбәпле һөнәрһеҙ ҡалған һәм эшкә урынлаша алмаған.Уҡытыу үҙәге бөтә республикаға берәү генә һәм ул йылына 3 мең тирәһе белгес әҙерләй ала. Ә төбәктең мәшғүллек үҙәктәрендә барыһы 25 мең эшһеҙ теркәлгән. Уларҙың араһында дипломлы белгестәр ҙә бар.Дуаль белем биреү, йәғни, теория менән практиканы берләштереү системаһы һөнәр үҙләштереүселәрҙең квалификация кимәлен яҡшырта. Һуңғы йылдарҙа эшсе һөнәрҙәр эйәләренең күпләп талап ителеүе   тәжрибәле белгестәр әҙерләүҙә ихтыяж тыуҙыра.  Мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә тороусыларҙы федераль ҡаҙна иҫәбенә уҡыталар. Башҡортостан Хөкүмәтенең “Социаль контракт нигеҙендә айырым ҡатлам граждандарға адреслы социаль ярҙам күрһәтеү тәртибе тураһындағы” ҡарарына индерелгән үҙгәрештәр, хәҙер инде уларҙың ҡайһы берҙәренә юлға һәм йәшәүгә киткән сығымдарын да ҡапларға ярҙам итәсәк.Адреслы социаль ярҙам 15 мең һум күләмендә билдәләнгән һәм ул тик сит ҡалаға йөрөп уҡыусылар өсөн генә тәғәйенләнә. Уны юллау өсөн мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә баҫырға кәрәк. Ниндәй һөнәр үҙләштерергә теләүеңде, аҙаҡ ҡайҙа эшкә урынлашасағын, юлға, ятаҡта йәшәүгә киткән сығымдарыңды билдәләп план төҙөргә һәм һуңғы өс ай эсендә эшләүе, йәки эшләмәүе, эш хаҡын алыуы, йә иһә алмауы тураһында белешмә тапшырырға тейеш. Уҡыуҙар бер айҙан алып алты айға тиклем бара. Уҡытыу үҙәгендә 60-ҡа яҡын йүнәлеш буйынса уҡыталар. Һөнәр үҙләштереүселәргә ятаҡтан урын да бирелә.Уҡытыу үҙәгенең ятағында бер юлы илленән ашыу уҡыусыны ҡабул итә алалар. Тик әлегә бында 11 кеше генә йәшәй. Бүлмәләр буш тиергә лә була, сөнки күптәрҙең ятаҡ  өсөн түләргә мөмкинлектәре юҡ. Социаль контракт буйынса юлға һәм йәшәүгә киткән сығымдар ҡаплана башлау менән бында йәшәүселәр һаны артыр тип өмөтләнә ятаҡ хеҙмәткәрҙәре.

 

Яндекс.Метрика