Һөт өсөн аҡса түләнмәй

Республиканың төнъяҡ-көнсығышында йәшәүселәр берҙән-бер табыш сығанағынан тороп ҡалған. Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары халҡына өс ай дауамында тапшырған һөт өсөн аҡса бирмәгән. Бурыс күләме тиҫтәләрсә миллион һумға баһалана. Аҡса булмағас ҡайһы бер ғаиләләр яңы уҡыу йылына балаларын да әҙерләй алмаған. Салауат районы Шәрип ауылында йәшәүсе Рәзилә Ғилманова йәй дауамында көнөнә 30-40 литр һөт тапшырған. Эш булмағас Ғилмановтар шәхси хужалыҡ менән көн күрә һәм үҙ продукцияһын һатып көн күрә. Мәсәғүт һөт-консерва комбинатының уларға ғына 30 меңдән ашыу бурысы бар.Шәрип ауылында 30 яҡын ғаилә һөт тапшырған аҡсаға йәшәй. Уларҙың өс айҙан ашыу тапшырған һөтөнөң аҡсаһын иҫәпләһәң, бурыс ярты миллион һумға барып етә. Ә был бер ауылда ғына.Шәхси эшҡыуар Сабир Ғарипов Үрге Ҡыйғы ауылында халыҡтан һөт ҡабул итеү пункты ойоштороп ебәргән. Быға тиклем ул продукцияны күрше Силәбе өлкәһенә оҙатҡан, унда беҙҙең һөттән баш тартҡас, Мәсәғүт комбинатына ебәрә башлаған. Хәҙер ул үҙенең килемен ҡайтара һәм халыҡҡа табышын бирә алмай. Һөт йыйыу эше бер нисә эшҡыуарҙы берләштерә. Кемдер бөтә райондан ҡабул итә, бәғзеләре ауылдар буйлап йыя. Илдар Йомаҙилов тап шундайҙарҙың береһе. Хәҙер ул да Мәсәғүт һөт комбинаты арҡаһында халыҡ алдында бурыслы булып ҡалған.Ошондай уҡ проблема башҡа төбәктәрҙә күҙәтелә. Мәҫәлән, Мәсетле районында ғына бурыс күләме 9 миллион һум самаһы. Урындағы хакимиәттән белдереүҙәренсә, ул көндән көн арта бара. Мәсьәләне асыҡлар өсөн беҙ Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты етәкселеге менән осраштыҡ. Ләкин, йәш директор аңлатма бирергә теләмәне. Ә үҙебеҙ менән генә аралашҡанда халыҡ алдай, минең бурыстарым юҡ, тип аҡланды. Беҙ ваҡиғалар үҫешен күҙәтеп барасаҡбыҙ.



Яндекс.Метрика