Хәйбула районында урман яна

Өфөлә ямғыр яуып торһа ла, ошо минуттарҙа Хәйбулла районынан да күңелһеҙ хәбәрҙәр килә. Үҫәргән урмансылығында урман яна. Янғын һүндереүселәр бына бер-нисә көн ут менән көрәшә. Эргә тирәләге ауылдарға ҡурҡыныс янамай, тип хәбәр итәләр республиканың урман хужалығы министрлығынан. Шулай ҙа райондың Бәләкәй Арыҫланғол ауылында йәшәүселәргә уяу булырға кәрәк-15 саҡырым алыҫлыҡта ғына  ут дөрләй. Министрлыҡ етәкселеге янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырып тағы ла бер тапҡыр халыҡҡа мөрәжәғәт итте.



Яндекс.Метрика