Хәйбулла районы Ивановка ауылында һыу мәсьәләһе киҫкен тора

Кешеләрҙең баҡса үҫтереү түгел, хатта сәй ҡайнатып эсергә лә һыуы юҡ. Урындағы ауыл биләмәһе етәкселеге ғаиләләрҙе һыу өсөн аҡса түләмәүҙә ғәйепләй. Ә кешеләр „һыу килһә түләйбеҙ, булмаһа, ни өсөн бушҡа аҡса бирергә тейешбеҙ, тип зарлана. 

Алһыу Бүләкова бер нисә йыл һыуһыҙ интегә. Йәйен генә түгел, хатта, ҡышын да крандан һыу килмәй. Ҡайһы берҙә оло инәйҙең эсергә лә һыуы булмай. 

Ивановка ауылында йәшәүселәр ҙә һыуһыҙ ыҙалана. 

Заречная урамындағы  Торомтаевтарға айырыуса ауырға тура килә. Йәй ейән-ейәнсәрҙәрҙең кейемен йыш йыуырға тура килә, ә һыу юҡ тип зарлана өләсәй кеше.  

Ауылда ҡайһы бер йорттарҙа ғына түгел, урамдағы колонкаларҙа ла һыу юҡ. Кешеләр уны шишмәнән барып алырға, йә ҡоҙоҡтары булған күршеләренә мөрәжәғәт итергә мәжбүр. 

Йорт хужалары әйтеүенсә, башняның дөрөҫ ултыртылмауы арҡаһында ла һыу килеп етмәүе ихтимал.

Һыу ҡайһы бер урамдарға һәм йорттарға барып етмәй. Сөнки, насостарғың көсө етмәй, ҡайһы саҡ һүндереп тә ҡуялар, ти ауыл халҡы. 
Ивановка ауыл биләмәһе башлығы Олег Андреев әйтеүенсә, күптәр үҙҙәре ғәйепле. Сөнки һыуҙы баҡсаларына бушҡа ағыҙалар. Һөҙөмтәлә, икенсе урамдарҙа йәшәүселәргә һыу барып етмәй. 

Хәйбулла районында бер нисә йыл ҡоролоҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күпселек ауылдарҙа эсәр һыу мәсьәләһе хәл ителә. Ә Ивановкала ул йылдар буйы  һаҡланып килә.

Яндекс.Метрика