Иглин районында Советтар союзы геройҙарына таҡтаташ асылды

Иглин районы Ҡалтыман ауылында Советтар союзы геройҙары  Иван Силантьев һәм Александр Вакульскийға арнап ике таҡтаташ асылды.  Иван Силантьев ошо ауылда тыуып үҫкән. 1942-се йылда һуғышҡа алынған.  Танкист булып хеҙмәт иткән. Ҡалтыман ауылында уның  быуынын дауам итеүселәр бихисап. Ул ауылдаштарының ғына түгел, райондаштарының да ғорурлығы. Галина Шаталова үҙ нәҫеленең шәжәрә ағасын төҙөгөн. Бынан тыш, ул атаһы  тураһында  архивтарҙа ултырып, газета-журналдарҙан тулы мәғлүмәт туплаған. Районда ике Советтар союзы геройына мемориаль таҡтаташ асылды. Бында уҡыған һәр кем яҡташтары өсөн ғорурлыҡ тойғоһы кисерҙе. Киләсәктә уҡыусылар үҙ илдәренең патриоты булыуҙа шик юҡ ти уҡытыусылар. Иван Силантьевтың бүләсәһе райондашы Михаил Юрьевтың  Советтар союзы геройына арнап яҙылған шиғырын уҡый. Ҡасандыр уның олатаһы ла ошо мәктәптә белем алған. Шуға ла герой олатайыма таҡтаташ асыу икеләтә ҡыуаныслы һәм тулҡынландырғыс,  ти Силантьевтың бүләсәләре Валерия Рузанова менән Светлана Мугвина. Әлбиттә, Ҡалтыман ауылы мәктәбендә бер юлы ике мемориаль таҡтаташ асылыуы уҡытыусылар өсөн дә иҫтәлекле ваҡиға. Иван Силантьевҡа ла, Александр Вакульскийға Советтар союзы геройы исемен алып һуғыштан әйләнеп ҡайтырға насип була. 

Яндекс.Метрика