Иғтибар балалар!

Уҡыу йылы башланыр алдынан Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы мәктәптәр, балалар баҡсалары янында иғтибарлы булырға саҡырып водителдәргә мөрәжәғәт итте. Беҙҙең хәбәрселәр инспекторҙар менән бергә мәктәп, балалар баҡсаһы алдында  йәйәүлеләр киҫелеше, юл билдәләре барлығын һәм уларҙың дөрөҫ урынлашыуын тикшерҙе.  Иртәгәнән уҡыу йорттары тирәһендә йәнлелек артасаҡ. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары әйтеүенсә, уҡыу башланғансы етешһеҙлектәрҙе алдан асыҡлап, уларҙы юҡ итеү- көн талабы.Тикшереүҙе  Өфө районының Миловка ауылынан башланыҡ.Беҙ килеүгә тап мәктәп балаларының юлдағы хәүефһеҙлеген тәъмин итеүгә арналған йыйылыш башланып тора ине.Халыҡты юл киҫелешендә светофор юҡлығы, балаларҙың үҙҙәрен генә мәктәпкә ебәреү хәүефле булыуы борсой. Тикшереү барышында Өфө районының тағы бер-нисә мәктәптәрендә юл ҡағиҙәләренә ҡағылған етешһеҙлектәр асыҡланды.Уҡыу йорто автомобиль юлына яҡын урынлашҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан яһалма ҡалҡыулыҡтар юҡ, юл билдәләре лә ҡояшта уңған һәм  бөтөнләй күренмәй тиерлек. Ә Чернолесье ауылының мәктәп уҡытыусылары иһә балалар хәүефһеҙлеген ҡайғыртып, үҙҙәре зебраны  һыҙып ҡуйған.Юл ҡағиҙәләре буйынса  мәктәп биләмәләре кәртәләнергә тейеш. «Тиҙлек сикләүе”, «Яһалма ҡалҡыулыҡ”, “Балалар”,” Йәйәүлелер киҫелеше” тигән юл билдәләренең һары төҫтә булыуы мотлаҡ. Был билдәләр бер ике урында ҡуйыла.Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, ҡайһы бер мәктәптәр хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй.Бындай мәктәптәр хакимиәттәренә етешһеҙлектәрҙе уҡыу йылы башланғанға тиклем бөтөрөргә ҡушылды.

Яндекс.Метрика