Иғтибар – трамвай!

Киләсәктә Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай селтәре төҙөләсәк. Шуға күрә лә белгестәр ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы хәҙерҙән үк иғтибарлы булырға саҡыра.  Юрий Субоч – Өфөләге иң шаян трамвай водителе. ул 40 йылдан ашыу ҡала пассажирҙарын йөрөтә. Йор һүҙҙәре менән уларҙың күңелен күтәрә, төрлө мәғлүмәттәр еткерә һәм иғтибарлы булырға саҡыра. Туҡталыш һайын хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрн аңлатыусы водителдең юлына йүгереп сығыусылар ҙа булған. Ҡыҙғанысҡа күрә, юлға йүгереп сығыусылар йыш осрай. 9 август трамвай аҫтына эләгеп, иртәгәһенә дауаханала һәләк булған ир-егет тураһындағы хәбәр тиҙ арала интернет даирәһендә таралды. Был хәлдең шаһиттары белдереүенсә, ул иҫерек була. Юл ситендәге ҡыуаҡтар араһынан килеп сыға, юл аша үтә башлай. Аяғы шпалға эләгә һәм ул яңы ҡуҙғалып, тиҙлек йыя башлаған трамвай аҫтында ҡала.  Ике һәм өс йыл элек Рихард Зорге урамында үлем менән тамамланған авария осраҡтарын иҫкә төшөрәбеҙ: тәүгеһендә Газель микроавтобусынан төшөп, трротуарға ашығыусы 66 йәшлек ҡатын булһа,  икенсеһендә иһә музыка мәктәбенә юлланыусы 8 йәшлек ҡыҙ бала. Йәйәүлеләр өсөн хәүефле урындар күп, шулай ҙа Өфө халҡы Дмитрий Донской һәм Кремл урамдары киҫешкән юл сатын иң хәүефлеләрҙең береһе, тип атаны. Беҙ был урынды ун минут күҙәткәндән һуң, йәйәүлеләр үҙҙәре юл ҡағиҙәләрен боҙа, тигән фекергә килдек. Светофор ҡуйылмаған, йә иһә йәйәүлеләр өсөн махсус юл күрһәтелмәгән урындарҙа  урам аша сығыусылар, трамвай юлының уртаһынан атлап барыусылар бихисап. Араларында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бар, әммә береһе лә трамвайҙың ҡапыл ғына туҡтай алмауын иҫәпкә алмай. Ҡалала махсус трамвай туҡталыштарының юҡлығы – халыҡты борсоған һәм киң мәғлүмәт сараларында күптән күтәрелеп килгән  мәсьәләләрҙең береһе. Әгәр ҙә ҡайһы бер урамдарҙа пассажирҙар өсөн туҡталыш урыны ҡалҡыу итеп эшләнһә, күпселек урамдарҙа  ул бөтөнләй юҡ. Был осраҡта пассажирҙарға нимә эшләргә? Ҡайһы берәүҙәр  был ҡағиҙәне белмәй булып сыҡты. Үҙәк баҙар туҡталышында ике төрлө күренеште күҙәттек: етеп килгән трамвайҙы бер төркөм пассажирҙар юл уртаһында, икенсе төркөм – тротуарҙа көтә. Ҡабаланып, светофорға барып етмәй юлды сығыусы йәйәүлеләрҙең булыуы, араһында бала етәкләгәндәренең барлығы бигерәк тә күңелде ҡыра. Был аҙнала булған хәлдән һуң редакцияға шылтыратып, трамвайҙарҙың шәп тиҙлек менән йөрөүҙәре тураһында хәбәр итеүселәр булды. Киләсәктә Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай селтәре төҙөләсәк. Шуға күрә лә ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы хәҙерҙән үк иғтибарлы булырға һәм юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра белгестәр. Юлды тик светофор ҡуйылған йә иһә йәйәүлеләр өсөн махсус күрһәтелгән урындарҙа  ғына үтергә, һәр ваҡыт иғтибарлы булырға, ашыҡмаҫҡа кәрәк. Трамвайҙан төшкәс уны  алдынан, автобусты – артынан урарға, тигән ҡағиҙә хәҙер икенсе төрлө яңғырай: тарнспорттан төшөү менән юлды яҡындағы йәйәүлеләр үткәүеленән сығыу мотлаҡ. Балаларҙы иһә транспорттың әйтелмәгән ерҙән килеп сығыу мөмкинлеге тураһында иҫкәртеү мөһим.  

Яндекс.Метрика