Илдә ГТО тергеҙелә

Рәсәй президенты Владимир Путин илдә „Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер„ комплексын яңынан тергеҙеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы урындағы үҙидаралыҡтарға нормативтарҙы тапшырыу үҙәктәрен ойошторорға ҡушыла. Был үҙәктәрҙә вуздар, мәктәптәр һәм коммерция нигеҙендә булмаған ойошмалар нормативтарҙы тапшырыра алырға тейеш. ГТО нормативтарына талаптарҙы  яҡын арала Спорт министрлығы эшләйәсәк. 2017-се йылға тиклем ГТО комплексын тергеҙеүгә 1.2 миллиард һум йүнәлтеү ҡарала. Сығымдар таныҡлыҡтар, маҡтау билдәләре, төрлө ҡатлап кешелеренә нормативтарҙы өйрәнеү һәм спорт инфраструктураһын модернизациялауға йүнәлтеләсәк.

Яндекс.Метрика