Илдә халыҡҡа эске туризм өҫтөнлөктәрен аңлатмаҡсылар

 Федераль туризм агентлығы киң реклама кампанияһын башларға йыйына. Рәсәйҙең 15-ләгән төбәгендә илдәге курорттар, ял һәм иҫтәлекле урындарҙы күрһәтеүсе баннерҙар, алтаҡталар урынлаштырыласаҡ. Әлеге ваҡытта белгестәр “Ебәк юлы”, “Көмөш муйынсаҡ”, “Урал гәүһәрҙәре” кеүек маршруттар өҫтөндә эшләй. Бынан тыш, илдәге туризмды төрлө күренекле ваҡиғалар, байрамдарға бәйләп үҫтерергә ниәтләйҙәр. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ил халҡы араһында Сочи, Ҡырым, Санкт-Петербург йүнәлештәре иң популяр һанала.  Әйткәндәй, илдең төньяҡ баш ҡалаһы депутаттары Мысыр, Төркиә һәм Таиландҡа барыуҙы тыйырға саҡырғандар. Улар аңлатыуҙарынса, сит илдә ял итеү хәүефле һәм сәләмәтлек өсөн насар булыуы ихтимал. Сөнки унда климат башҡаса, организмдың яңы шарттарға яраҡлашыуы ауырға тура килә.



Яндекс.Метрика