Илдә халыҡҡа эске туризм өҫтөнлөктәрен аңлатмаҡсылар

Федераль туризм агентлығы киң реклама кампанияһын башларға йыйына. Рәсәйҙең 15-ләгән төбәгендә илдәге курорттар, ял һәм иҫтәлекле урындарҙы күрһәтеүсе баннерҙар, алтаҡталар урынлаштырыласаҡ. Бынан тыш, илдәге туризмды төрлө күренекле ваҡиғалар, байрамдарға бәйләп үҫтерергә ниәтләйҙәр. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ил халҡы араһында Сочи, Ҡырым, Санкт-Петербург йүнәлештәре иң популяр һанала.  Башҡортостанда ла үҙенсәлекле тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар күп. Шулай ҙа туризмды республикала үҫешкән тармаҡ, тип атап булмай. Башлыса экологик һәм этнотуризмға иғтибар ҙур. Ә агротуризм яҡын киләсәктә үҙләштерелергә тейеш яңы тармаҡтар иҫәбендә. Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы 2010 йылға тиклем туристар өсөн ябыҡ ине. Рәсәй Думаһы тарафынан ҡурсаулыҡ сиктәрендә  экотуризмдың бер төрө — танып белеү туризмын үҫтереүгә рөхсәт бирелгәс, халыҡты  ҡабул итеү, ял өсөн шарттар тыуҙырыу һәм ҡурсаулыҡтың территорияһын матурлау өҫтөндә эш йәнләнә төшә.  Бөрйән районының тәбиғәте агротуризмды үҫтереү өсөн дә мөмкинлектәрҙе киңәйтә. Башҡортостандың төп тарихи ҡомартҡыларын күрергә килеүсе туристар ерле халыҡтың йәшәйеше менән дә таныша алырға, ауыл шарттарында йәшәп ҡарау мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Был юҫыҡта эшләй башлаған “Олоғужан” туристик  туҡталҡаһының эшәмәкәрлеген хәҙер уңышлы өлгө,тип баһаларға мөмкин. Бында туҡтаған туристар үҙҙәре ҡыуыш ҡороп та, уңайлыҡтары булған ауыл өйҙәрендә лә йәшәй ала. Туҡланыу мәсьәләһен дә хужалар ыңғай хәл иткән. Шулай ҙа үҙенсәлектәре өсөн  туҡталҡаға әлегә бик һирәктәр ял итергә килә.Ағиҙелдә йөҙөү өсөн кәмәләр, катамарандар, башҡа кәрәк-яраҡтар, спорт майҙансыҡтары һәр ваҡыт ҡунаҡтарҙың мәнфәғәтендә. Тарихи урындар, таҙа һәм күркәм тәбиғәт, саф һауа – былар барыһы ла  туристарҙы ҡыҙыҡтыра. Шулай ҙа, уларҙы ҡабул итеү һәм ялын ойоштороу юҫығында эшләнәһе эштәр әлегә бихисап.



Последние новости

Яндекс.Метрика