Иртәгә республикабыҙҙың башҡалаһы донъяның сәйәси, иҡтисади, мәҙәни үҙәгенә әйләнәсәк

Әле саммиттарға килгән ҡунаҡтар Башҡортостан менән яҡындан таныша.  Ҡытайҙан килгән ҡунаҡтар Өфөнән 100 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан умарталыҡта данлыҡлы  башҡорт балын етештереү үҙенсәлектәре менән  таныша. Йыл һайын тонналап Көнсығыш иленә ебәрелгән татлы ризыҡтың шифалы серен төшөнөргә теләй улар.Өфө һәм уның эргәһендә ойошторолған экскурсиялар киң билдәлелек яулай. Ҡалаға көн һайын меңәрләгән сит ил ҡунаҡтары килә. Уларҙа, башлыса, Урал буйы халҡының мәҙәниәте, архитектура ҡомартҡылары, шул иҫәптән саммиттар алдынан асылғандары ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Яңы фонтан, ял урындары, бихисап парктар һәм аллеялар сит ил граждандарына ғына түгел, Өфө халҡына ла оҡшай. Рәсәй халыҡтарынң мәҙәниәте менән сит ил ҡунаҡтары театр аша ла танышасаҡ. Өфөгә илдең алдынғы коллективтары килде. Башҡортостан актерҙары ҡунаҡтар өсөн иң яҡшы спектаклдәрен әҙерләй.  Һуңғы ваҡытта сувенир продукцияһын етештереү Өфөлә бер нисә тапҡырға артты. ШОС һәм БРИКС символикаһы менән сығарылған тауарҙар киң һорау менән ҡуллана.Был тиклем күп сит ил ҡунаҡтарын Өфөлә бер тапҡыр ҙа күргәндәре юҡ. Бер нисә көнгә донъя ваҡиғалары үҙәгендә ҡалып, Өфө туристарҙың иғтибарын яулар, тип ышана баш ҡала  хакимиәте. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

Яндекс.Метрика