К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында игеҙәк өс бала тыуған

Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡы иҫтәлекле лә, ҡыуаныслы ла ваҡиғаһы менән уртаҡлашты. Бында йәшәүсе Данияр менән Дилә Мөхәмәтйәновтар ғаиләһендә игеҙәк өс бала донъяға килгән. Бер юлы өсләтә бәхеткә эйә булған йәш ғайләне бала табыу йортонан бөтә ауыл ҡаршы алды. Мөҙәрис  менән Әлфиә Мөхәмәтйәновтар тулҡынланыуын йәшермәй. Бының өсөн урын да бар- улдары Данияр менән килендәре уларҙы ҡыуандырып, ике ейән менән бер ейәнсәр алып ҡайтып килә. Ауылдың ағинәйҙәре ғаилә ныҡлығы серҙәрен, атай-әсәй абруйы, балалар ҡәҙерен яҡшы белә. Шуға ла улар бәпестәрҙе ҡаршы алыуға ла етди әҙерләнгән. Ысынлап та, игеҙәк өс бала донъяға килеүе  был яҡтар өсөн һирәк күренеш. Шуға ҡарамаҫтан өләсәйҙәр Өсләтә шатлыҡ-өсләтә яуаплылыҡ икәнен яҡшы белә. Хәҙер Данияр менән Дилә Мөхәмәтйәновтар ғайләһендә 4 бала. 3 йәшлек өлкән ҡыҙҙары Дилбәр бөгөндән 3 туғанын ҡарашырға ярҙам итәсәк. Игеҙәктәр ҡайтыуы уңайынан шатлыҡлы хистәр һәм күтәренке кәйеф был йортта мәңге һаҡланһын. Ә бәләкәй Сыңғыҙ, Йосоп һәм Гөлдәр ата-әсәләрен һәм ауылдаштарын да киләсәктә үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән ҡыуандырһын, тип теләргә генә ҡала.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика