Ишембайҙа юлда кем дөрөҫ икәнен бысаҡ ярҙамында асыҡлағандар

Республика юлдарында иҫерек водителдәргә ҡаршы көрәш дауам итә. Махсус операциялар үтеп тороуға ҡарамаҫтан, руль артына эскән килеш ултырыусылар кәмемәй.Ишембайҙа юлда кем дөрөҫ икәнен бысаҡ ярҙамында асыҡлағандар.  Ленд Круизер тығында  торған машиналар араһына инеп Приораға юлды ҡаплай. Водителдәр араһында һүҙ көрәштереү ҡул һуғышына тиклем барып етә. Шул ваҡыт Тойота водителе бысаҡ алып ташлана. Приора водителе лә баҙап ҡалмай. Джипты әле бер яғынан, артҡа биреп икенсе яғынан төкөй. Ленд Круизер водителенә ҡасыуҙан башҡа сара ҡалмай.

Яндекс.Метрика