Иҫке Монасиптарға ярҙам

Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында янғында ҡаза күргән дүрт ғаиләгә ярҙам итеү акцияһын дауам итәбеҙ. Беҙ уларға ярҙам итеү кәрәклеге тураһында хәбәр иткәс тә, байтаҡ замандаштарыбыҙ изге эшкә ҡушылырға теләк белдерҙе. Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында янғын арҡаһында торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләләргә ярҙам акцияһына ҡушылыусылар байтаҡ. Кейем-һалым, түшәк кәрәк-ярағы, һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр килтереүсе тамашасыларыбыҙ кисәнән бирле телеүҙәктән өҙөлмәй. Матди ярҙам өсөн урынлаштырылған махсус ҡумта ла яйлап тулылана. Шулай уҡ, телеүҙәккә үҙ көстәре менән килтерә алмаған йорт йыһаздарын бирергә теләүсе телевизор ҡараусыларыбыҙ ҙа бар. Улар беҙгә шылтыратып үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе. Мәрхәмәтле кешеләр менән һеҙҙе лә таныштырып китәбеҙ. Ғәҙилә апай диванын бирергә ниәтләй. …Телевизор, шкаф, өҫтәл, ултырғыс – Рәйсә апай ҡаза күргән ғаиләләргә шуларҙы әҙерләп ҡуйған. Телевизорҙан күреп ҡалдым да, балалары өсөн йөрәгем янды, ярҙам итмәйенсә булдыра алмайым, ти изге күңелле ханым.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 август Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында көслө янғын бер юлы дүрт ғаиләнең хужалыҡтарын юҡҡа  сығарҙы. Янғындан матди зыян 8 миллион һум самаһы иҫәпләнә. Күп балалы Лилиә һәм Тайфур Юлдашевтар, уларҙың ата-әсәһе Зөлфәр һәм Ғәйнисафа Юлдашевтар, Гүзәл һәм Мәрхәм Бурановтарҙың ғаиләләре -  йәмғеһе 14 кеше, шул иҫәптән 4 бала урамда ҡалған. Әле улар ваҡытлыса туғандарында, күршеләрендә урынлашҡан. Артабан йәшәргә уларға йорт-ҡура һалып инергә, аяҡҡа баҫыр өсөн ярҙам кәрәк. Изге эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Иҫке Монасип ауылында йорттары янған ғаиләләргә ярҙам итергә теләүселәр көнкүреш кәрәк-яраҡтарын, кейем, һауыт-һабаны  Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы 9/1 адресы буйынса урынлашҡан телеүҙәккә килтерә ала. Бәйләнеш өсөн телефон-295-98-73

Яндекс.Метрика