Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Өфөлә йәшәүсе ҡатын дүрт йәшлек балаһын ҡотҡарыусы кешене эҙләп тапҡан. Был эштә уға күршеләре, социаль селтәрҙәге таныштары ярҙам иткән. Урындағы күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүсе фатир хужалары мәрхәмәтлек рәхмәткә лайыҡ, тигән фекерҙә. Тик ихатала исеме таралған Ринат Туҡаев үҙен батыр, тип танырға ашыҡмай.Наира Агаева күрше йорттағы фатирға күстәнәстәр алып йәнә килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы был юлы ла Богдандың ҡотҡарыусыһын осрата алмай. Йәш әсәнең таныш түгел кешегә рәхмәт әйтергә теләүен күптәр аңламай.Ихатала балалар таусығынан ҡолап, ерҙә ятҡан тимер торбаға бәрелеп ҡанһыраған Богданды күрмәгән кеше ҡалмағандыр. Ул көндө хәтерләгән шаһиттар етерлек. Тик ярҙамға бер Ринат Туҡаев ташланған. Ҡанға туҙған балаһын күргән йәш ҡатынға юғалып ҡалмаҫҡа ла, аңын юғалта башлаған Богданды дауаханаға алып барырға ла Ринат ярҙам итә. Батырлыҡ күрһәтеү өсөн түгел, йөрәге ҡушҡан өсөн. Һис кемде ғәйепләмәйем, таусыҡтан улымды төртөп төшөргән баланы ла, фажиғәне күрмәмешкә һалышҡан ололарҙы ла, ти Наира. Ғәйеплеләр булмаһа ла, яуаплылар билдәле. Ҡуласа урамындағы ошо ихатаны тәртиптә тотоу йөкләмәһен алған 37-се торлаҡ идаралығы етәкселеге ҡаза күргән баланың әсәһенә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә вәғәҙә иткән. Был майҙанда балалар уйнарлыҡ бер генә мөйөш бар. Уныһының да хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүе икеле. Ерҙә ятҡан ошо тимер торбалар бәхетһеҙ осраҡтан һуң ғына ҡом менән ҡапланған.Имен уйын ҡаласығы тирә яҡтағы биш йортта йәшәп балалар үҫтергән ата-әсә өсөн күп йыллыҡ борсоулы мәсьәлә.  Бында машиналар ҡуйыу майҙаны ла,  ял итеү урындары ла, сүп-сар һауыттары өсөн дә махсус биләмә бүленмәгән.  Дауахананан яңы ҡайтҡан Богдан иһә күнегелгән уйын йыһаздарының хәүефен танымай, ул үҙен яҡшы тоя һәм балалар эскерһеҙлеге менән сәңгелдәктә бәүелә.  Уға икенсе тыуған көн бүләк иткән Ринат Туҡаев кеүек мәрхәмәтле кешеләр йәнгә йылы, күңелгә тыныслыҡ тойғоһон ҡайтара.                                                           

Яндекс.Метрика