Ҡалалар урамдарын 160-лаған видеокамера күҙәтәсәк

Улар  “Хәүефһеҙ ҡала” программаһы сиктәрендә ҡуйылды, тип хәбәр итәләр Республика буйынса Баш федераль инспектор аппаратынан. Камералар халыҡ күпләп йыйылған майҙандарҙа, юлдар киҫешкән урындарҙа, парк-скверҙар һәм вокзалдарға ҡуйыла. Ҡалаларҙа хәүефһеҙлек һәм тәртип урынлаштырыу буйынса төрлө мәғлүмәт технологиялары киң ҡулланыла. Әлеге ваҡытта, мәҫәлән, ГЛОНАСС навигация системаһы ҡорамалдары сафҡа индерелә, тип белдерәләр Башҡортостан “Асыҡ республика” буйынса дәүләт комитетынан.



Яндекс.Метрика