Ҡан тапшырыу акцияһы

Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре, наркоманияға ҡаршы көрәш алып барыусы хәрәкәт ирекмәндәре һәм йәмәғәт ойошмалары ағзалары донорлыҡ акцияһын ойошторҙо. Акция Бөтә донъя донор һәм наркоманияға ҡаршы Халыҡ ара көрәш көндәренә бағышланды.  Ҡан тапшырыу станцияһына килеүселәрҙең сәләмәтлеген табиптар һәр саҡ ентекләп тикшерә.  Тик табиптарҙың рөхсәте менән генә ҡан тапшырырға мөмкин. Кешеләрҙе бында гражданлыҡ тойғоһо, ауыр хәлдәгеләргә ярҙам итеү теләге алып килә. Бөгөнгө акцияны ойоштороусылар шулай уҡ кешелекле булыу менән бер рәттән сәләмәт тормош алып барыуҙың да мөһим икәнлеген күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.Табип янына сират көтөп тороусыларҙың күбеһе йәштәр, ҡайһы берҙәре бөгөн ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр ҡан тапшыра. Араларында акцияла ҡатнашмағандар, үҙ теләктәре менән йә иһә сараһыҙҙан килгәндәре лә бар.Ошо минуттарҙа кемгәлер ярҙам кәрәклеген һәм уның яҙмышын бәлки улар тапшырған ҡан ҡотҡарасағын аңлаған егет-ҡыҙҙарҙың йөҙҙәрендә ҡәнәғәтлек сағыла. Акция көн дауамында барасаҡ. Өс сәғәт эсендә 100-гә яҡын донор ҡан тапшырҙы. Әгәр ҙә һәр кешенән 450 гр. ҡан алынһа, тимәк ҡан банкы 45 литрға тулыланған.

Яндекс.Метрика