Кандидаттар йәрәбә тартты

Бөгөн Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында 2015 йылдың 13 сентябрендә үтәсәк 50-се Туймазы һәм 15-се Күмертау округынан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға өҫтәлмә һайлауҙа теркәлгән кандидаттар араһында бушлай эфир ваҡытына йәрәбә һалынды. Йәрәбәлә ҡатнашыусылар  агитация алып барыу өсөн «Рәсәй-Башҡортостан»,   “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы”, “Рәсәй Радиоһы”, “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналында бушлай эфир ваҡытын  бүлеште. Кандидаттар агитацияны һайлауға тиклем 28 көн алдан, тимәк 15 августан башларға тейеш. 



Последние новости

Яндекс.Метрика