Капиталь ремонт өсөн иҫәпләшмәгәндәргә суд приставтары менән күрешергә тура киләсәк.

Хәҙер бурыс йыйыуҙы суд приставтарына йөкмәтәләр. Ошо турала Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итәләр. Төбәк операторы ремонт өсөн түләмәгәндәрҙе судҡа бирә, приставтар суд ҡарарын ғәмәлгә ашырып, бурыстарҙы йыясаҡ, уға өҫтәп судҡа киткән сығымдарҙы талап итәсәк. Иҫкәртеү ҡағыҙы алғандан һуң 5 көн эсендә бурыстарын түләп өлгөргәндәргә приставтар бармаясаҡ. Былтырҙан күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр фатир өсөн капиталь ремонт хаҡын түләй. Сумма һәр төбәктә төрлөсә. Башҡортостанда  лифтһыҙ йорттарҙа ул һәр квадрат метр өсөн 5 һум 20 тин, бейегерәктәрендә 5 һум 80 тиндән ҡабул ителде.



Яндекс.Метрика