Капиталь төҙөкләндереү өсөн түләмәгән фатир хужаларына штраф янай

Иғәнәләр ваҡытында индерелмәгән осраҡта август айынан түләнмәгән суммаға пеня өҫтәлә барасаҡ.  Капиталь төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеү былтыр ошо маҡсатта махсус ойошторолған „Төбәк операторы„ на йөкмәтелгәйне. Белгестәр башҡарылған эш сифатын фатир хужалары менән берлектә күҙәтеп бара. Әммә төҙөкләндереүҙең тейешенсә үтәлмәгән осраҡтары ла бар. Башҡаланың Пархоменко урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүсе Адель Монасипова сантехника эшендә белгес тәжрибәһе туплаған. Уның фатирындағы һыуүткәргес торбаларын сентябрҙән бирле алыштыралар. Эшселәр тәүҙә үк барыһын да сифатлы башҡарһа бөгөн был хәлгә тарымаҫ инек, ти ханым. Килешеүҙе күрһәтмәнеләр, яуаплы ойошмалар бер-береһенә һылтана, эштең байтаҡ өлөшөнә үҙ аҡсабыҙҙы тотонорға тура килде, тип хужабикә сарыф ителгән сығымдарҙы ҡайтарырына өмөтөн юғалтмай. Төҙөкләндереүҙе талап иткән бина күп, йыл аҙағына тиклем республикала бер меңгә яҡын йорт яңыртыласаҡ. Ленин урамындағы архитектура ҡомартҡыһы тип танылған өйҙә йәшәүселәр һөйөнөсөн йәшермәй. Бер нисә ай элек балкондары емерелер хәлгә еткән йорт хәҙер 50-се йылдарҙа төҙөлгән ҡиәфәтен ҡайтарҙы, ти йорт комитеты рәйесе Тамара Губик.Төҙөкләндереү эштәре тулыһынса фатир хужаларының Төбәк операторы фондына  күсергән аҡсаһына үтәлгән. Республикала бындай тәртип буйынса эш яңыраҡ башланды, тәүҙә ҡытыршылыҡтар ҙа булды, ти фонд етәксеһе урынбаҫары Александ Шкляр.Өфөлә генә программаға ярашлы 300 бина яңыртылырға тейеш. Октябрь проспектындағы 10-сы йорт шулай уҡ исемлеккә ингән. Эшселәр уның алғы өлөшөн төҙөкләндерә, һуңынан ҡыйығын яңырта, хатта стеналарҙың төҫөн  үҙгәртәсәк.Адель Монасипова иһә үҙен борсоған мәсьәләнең хәл ителерен көтә. Ялыуҙар менән төрлө ойошмаларға мөрәжәғәт иткән ханым комиссия ҡарарына өмөт бағлап, башланған ремонттың тамамланыуын теләй.



Последние новости