Ат ҡараҡтары ҡулға алынды

Башҡортостан буйынса Эске эштәр  министрлығынан белдереүҙәренсә, 45 йәшлек ир, күрше Ырымбур өлкәһенән бер нисә кеше менән енәйәти төркөм ойошторған. Улар ҡарауһыҙ йөрөгән өйөрҙәрҙе асыҡлап төндә аттарҙы йөк машинаһына тейәп Ырымбур өлкәһенә, артабан Ҡаҙағстанға сығарғандар, ҡайһы берҙәрен һуйып алыпһатарҙар аша һатҡандар. Ат ҡараҡтарынан башлыса Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында йәшәүселәр зыян күргән. Уларға  ҡарата  «Урлау» һәм «Законһыҙ ҡорал һаҡлау» статьялары буйынса енәйәт  эше  ҡуҙғатылған.



Яндекс.Метрика