Ҡариҙел районы хакимиәте етәкселеге ауылдарының социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу, төҙөкләндереү эштәре буйынса семинар-кәңәшмә үткәрҙе

2012-се йылдан был крәҫтиән-фермер хужалығы менән өс бер туған Әйүповтар етәкселек итә. Юҡҡа сығып барған хужалыҡты улар аяҡҡа баҫтырған, хәҙер алдынғыларҙың береһе.Ҡариҙел районы хакимиәте етәкселеге йыл башынан бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү йәһәтенән  урындағы ҡаҙнанан 1 миллион 200 мең һум аҡса бүлгән, эшҡыуарҙар дәүләт кимәлендәге программаларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Семинарҙа райондың ауыл хакимиәттәре һәм башҡа ойошма етәкселәре бер-береһенең эш тәжрибәһе менән яҡындан танышты.Тиҫтә йылдар элек бында Ҡариҙел районының “Салауат”  исемендәге миллионер колхозы гөрләп эшләгән. Үҙгәртеп ҡороу осоронда ул тарҡатылһа, бөгөн 4 шәхси хужалыҡ рәүешендә яңы һулыш ала.Ойошмаларҙы тергеҙеү өсөн инвесторҙар, эшҡыуарҙар кәрәк,  ә улар беҙҙең яҡташтар булырға тейеш, тигән фекерҙә район етәкселеге.Иҫке Аҡбүләк ауыл советы биләмәһендә тиҙҙән яңы технологиялар ярҙамында төҙөкләндерелгән тирмән дә сафҡа индереләсәк. Сарала ҡатнашыусылар Яҡуп ауылындағы Туймөхәмәт әүлиә мәсетен дә урап үтмәне. Халыҡ уны Таш мәсет тип йөрөтә. Заманында Туймөхәмәт әүлиә эргәләге йылға аша япҡыс итәгенә таш тейәп мәсет һалған. Әлбиттә беҙҙең көндәргә ул мәсеттең исеме генә килеп еткән. Ә яңыһын, исеменә күрә таштан  2011 йылда төҙөгәндәр.   Семинар үткәреү, Иҫке Аҡбүләк ауыл биләмәһенә ингән бюджет ойошмаларын төҙөкләндереү өсөн район 150 мең һум аҡса бүлгән. Әммә беҙ иң беренсе бер тин аҡса сарыф итмәйенсә башҡарыла торған бурыстарыбыҙҙы, сараларҙы атҡарырға тейешбеҙ, ти хакимиәт башлығы. Ҡариҙел районында иҡтисадты үҫтереү йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Һәм ошондай семинарҙар тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән генә түгел, ә инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән дә бик әһәмиәтле. Ошондай семинар киләсәктә тағы ла бер-нисә ауыл биләмәһендә үтәсәк. 



Последние новости