Ҡартаямы ни был йөрәк маңлайһар һырланһала

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтҡулла Түләбаев 91 йәшендә лә автомобиль йөрөтә. Яугир хәҙер 70 йылдан ашыу руль артында. Бынан тыш, Фәтҡулла Әхмәҙулла улы ҡош-ҡорт аҫрай, матур итеп баҡса үҫтерә. Унда йәшелсә һәм сәскәләрҙән тыш, ҡарбуз, ҡауын, виноград та үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны сәләмәтлегенә зарланмай, йәш егеттәр кеүек ер ҡаҙа. Фәтҡулла олатай яңыраҡ ҡына картуфын ҡаҙып алған. Хәҙер ул яҙын еңел булһын өсөн алдан ерен дә әҙерләй. Нурикамал һәм Фәтҡулла Түләбаевтарҙың баҡсаһына йәш ғаиләләр ҙә һоҡлана. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының кәртә-ҡураһы ла ҡош-ҡорт менән тулы. Фәтҡулла Түләбаев 1942 йылдың авгусында хеҙмәткә алына. Колхозда тракторсы булып эшләгәс, уны танк ғәскәрҙәренә билдәләйҙәр. Контузиянан һуң Фәтҡулла Әхмәҙулла улын артилерия полкына билдәләйҙәр һәм йөк машиналарында орудиелар, снарядтар ташый. Еңеүҙе ул Кенигсберг ҡалаһында ҡаршылай. Һуңынан иһә Фәтҡулла олатайҙы полкташтары менән көнсығышҡа алып китәләр.  Бөйөк Ватан һуғышы яугиры 1949 йылда ғына тыуған яҡтарына ҡайта һәм үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Оҙаҡ йылдар районда етәкселәрҙе машинала йөрөтә. Фәтҡулла олатай әле һаман рульды ташларға уйламай. 91 йәшлек ветеран юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бер ҙә боҙмаған. Инспекторҙар ҙа оҙаҡ йәшәр олатайҙы хөрмәтләп тора.

 

Яндекс.Метрика