ГТРК «Башкортостан» стала самой цитируемой телерадиокомпанией республики по итогам 2018 года - 735099445 | ГТРК «Башкортостан»
Прямой эфир:
Смотреть Башкортостан 24 Смотреть Россия 24 Слушать и смотреть Радио Маяк Слушать и смотреть Радио России Башкортостан Слушать Радио Вести FM Слушать и смотреть Радио Ватан

Кем ғәйепле йәки бәләкәй бала михнәттәре

Ҡырмыҫҡалы районында еңел холоҡло ҡатындың ике йәшлек балаһына битарафлығы аяныслы хәлгә алып килде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса һәм был әҙәм аҡтығының яҡындары әйтеүенсә, сабыйҙы араҡыға алмаштырыуҙары ихтимал.  Хәҙер был эш хоҡуҡ һаҡлау органдарының етди күҙәтеүенә алынды. Ҡырмыҫҡалы районында ҡот осҡос фажиғәғә тарыған ике йәшлек ҡыҙҙың өләсәһе беҙҙең менән һөйләшеүҙән баш тарта. Уны  аңларға була – ейәнсәренең киләсәге өсөн борсола. Баланың йөҙөн күрһәтмәйбеҙ тигәс кенә, йортона индерҙе. Фажиғә тураһында һорашҡас,  ире эштә саҡта, әсәһе баланы төнгә ҡарай өйҙән алып сығып киткәне асыҡланды.Ейәнсәрен дауаханан өләсәһе үҙенә Өфө районына алып ҡайтҡан. Һаулығына ҡурҡыныс янамай. Әммә баланың аҫлығындағы ҡан, өләсәһен хафаға һала һәм ул ҡыҙҙы яҡындағы дауаханаға алып барырға ҡарар итә. Ҡатындың фараздары дөрөҫкә сыҡты. Ҡыҙҙың документтары әлегә ҡулында булмау сәбәплеме, әллә ҡурҡыныс диагнозлы күсермәне күрепме, табиптар үҙҙәренең өҫтөнә яуаплыҡ алырға теләмәне.   Ҡырмыҫҡалы районының үҙәк дауаханаһында иһә баланы ҡабул иттеләр. Сабыйға ентекле медицина тикшереүе үткәрҙеләр. Баланың хәле ҡәнәғәтләнерлек түгел, яралары оҙаҡ йүнәлә. Артабан тикшереү артыҡ булмаҫ тигән фекерҙә урындағы табиптар. Аяныслы хәлдән һуң ҡыҙҙы дауаханаға атаһы алып килгән. Табиптар әсәһенең килеүен талап итһәләр ҙә, ул бер тапҡыр ҙа күренмәгән. 5 көн үткәс, өләсәһе ейәнсәрен алырға килгән. Кисектергеһеҙ  күрһәтмәләр булмағас, ҡыҙҙы дауахананан сығарғандар.  Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был бала тәрбиәләнгән ғаилә 2013 йылдан бирле имен булмаған ғаиләләр исемлегендә иҫәптә тора. 2014 йылда ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итергә судҡа мөрәжәғәт иткәндәр. Әммә ҡатындың ваҡытлыса эсеүен ташлап тороу сәбәпле, суд әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм итмәгән. Гражданлыҡ никахы менән йәшәп ятҡан ғаилә ағзалары йыш эскән, күрше-күләндәре менән дә аралашмаған. Был ғаиләнең йорто урамда айырылып тора. Буяуҙары уңған, ҡоймалары емерелгән. Газ үтмәгән, мунса ла юҡ.Беҙ килеүгә ҡыҙҙың ата-әсәһе йәшәгән йорттоң ишегенә йоҙаҡ эленгән. Әммә тышынан күренеүенсә йорт бысраҡ хәлдә, таушалған. Хатта тәҙрәләре лә емерелеп бөткән.  Ишек алдында ла тәртип юҡ: иҫке коляска, уйынсыҡтар менән бергә сүп-сар ята. Өйҙә булмағастын, ҡатынға шылтыратып белешергә булдыҡ.Әсә балаһы менән булған фажиғә тураһында һөйләшеүҙән баш тартты. Республика тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын балаһы менән күңел асырға ауылдың 42 йәшлек иренә барған һәм шунда ҡуна ҡалған. Был 42 йәшлек ир бәләкәй баланы мыҫҡыллауҙа ғәйепләнеп ҡулға алынған һәм уға ҡарата енәйәт эше асылған.  Енси енәйәттә ошо ауылдың 29 йәшлек тағы ла бер ирҙең ҡатнашлығы булыуы ихтимал. Әсәһе улының был енәйәт эше буйынса шаһит булараҡ ҡына үтеүе хаҡында раҫларға маташты. Әммә аҙаҡ егет үҙе килеп сығып, был енси енәйәткә уның бер ҡыҫылышы ла юҡлығын белдерҙе.Интернет селтәрендә был фажиғә тураһында хәбәр тиҙ таралды. Мәғлүмәтте күреп ҡалғас, баланың яҙмышына битараф булмаған замандаштарыбыҙ, аҡса йыйып, беренсе кәрәк-яраҡтар, карауат, ашамлыҡтар алып өләсәһенә илткәндәр. Әле улар ҡыҙҙың киләсәге өсөн борсола. Ике йәшлек ҡыҙ һөйләшмәй, өндәр генә сығара. Был бала менән тейешенсә шөғөлләнмәгәндәрен раҫлай.  Баланың артабанғы яҙмышы өләсәй кешене лә хафаға һала. Опека хеҙмәткәрҙәре баланы ҡыҙлыҡҡа алырға теләүсе ғаиләләр бар тип хәбәр итә. Әммә атаһы ҡыҙын үҙе тәрбиәләргә теләк белдергән. Тик уның атайлыҡ хоҡуғы суд аша иҫбатланмаған. Әлегә сабыйҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Ҡул һуғышы буйынса чемпионат | ГТРК «Башкортостан»

Ҡул һуғышы буйынса чемпионат

Өфөлә йыл һайын үткәрелә килгән ҡул һуғышы буйынса асыҡ чемпионат үтте. Сараны республиканың Росгвардия идаралығы, эске эштәр министрлығы, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторҙо. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар иҫтәлегенә бағышлап үткәрелгән ҡул һуғышы ярышында Илшат дүртенсе йыл...

24 апреля 2019
Смотреть видео Сәхнә кейемдәрендә дефиле | ГТРК «Башкортостан»

Сәхнә кейемдәрендә дефиле

Бер саҡырым етен туҡыма, ебәк, әллә күпме тире, 3 меңләп биҙәү таштары – һөҙөмтәлә 400 сәхнә кейеме! Береһенән-береһе матур костюмдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары  бер аҙнанан “Аттила” операһының премьераһында сәхнәгә сығасаҡ. Ә был ялдарҙа матбуғат хеҙмәткәрҙәре,...

24 апреля 2019
Смотреть видео Матур башҡорт теле | ГТРК «Башкортостан»

Матур башҡорт теле

Башҡортостан24 каналында “Матур башҡорт теле” тигән өр-яңы проект эфирға сыҡты. Уны башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды “Рәсәй” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының Башҡортостан филиалы менән берлектә бойомға ашыра. Егерме телевизион дәрес барышында уҡыусылар уҡытыусы менән Ватсап...

24 апреля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владимир Зеленский Украинаның яңы президенты. Уның командаһы реформалар өҫтөндә эш башлауы тураһында хәбәр итә. Ә Петр Порошенко тәүге һөҙөмтәләрҙән һуң, үҙенең еңелеүен таныған. Үҙәк һайлау комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Зеленский тауыштарҙың дүрттән өс өлөш йыйған.  Ҡазан зоопаркына...

24 апреля 2019
Смотреть видео Ҡара ҡылауҙы 3D ҡоролма ярҙамында бөтөрөү | ГТРК «Башкортостан»

Ҡара ҡылауҙы 3D ҡоролма ярҙамында бөтөрөү

Өфөнөң күҙ табиптары донъяла киң таралған сирҙе дауалауҙың заманса ысулын үҙләштерҙе.  Руслан Вәлиевтың күҙенә операция яһарға бары 15 минут ваҡыт талап ителде. Хәрәкәттәрҙе өс үлсәмдә күреп үтәүгә нигеҙләнгән ҡоролма ярҙамында башҡарылған операциянан һуң шәбәйеү осоро ла тиҙ. Күҙҙән ҡара...

24 апреля 2019
Смотреть видео Киләсәк быуын инженерҙары | ГТРК «Башкортостан»

Киләсәк быуын инженерҙары

Конгресс-холл “Торатау” бинаһында Республика мәктәптәре араһында үткәрелгән “Киләсәк быуын инженерҙары-2019” беренсе форумға йомғаҡ яһалды. Форумда бөтәһе егерме биш мәктәп ҡатнашҡан. Буласаҡ инженерҙар үҙҙәренең проекттарын “Пилотһыҙ авиация системалары”, “Робототехника”, “Хай-тек”, “Йыһан...

24 апреля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе мөмкин

Йыл да тиерлек яҡшы уңыштың нигеҙе булған ужымдар был ҡышты ла етеш кенә сыға  алманы. Айырым райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл индереү  тәҡдимен Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров та хупланы. Белгестәр иҫәпләүенсә, 6 миллиард һумлыҡ уңыш юҡҡа сыҡҡан. Шишмә районында, мәҫәлән, ужым...

24 апреля 2019
Смотреть видео Өфө – матур әммә иҫ киткес  бысраҡ ҡала! | ГТРК «Башкортостан»

Өфө – матур әммә иҫ киткес бысраҡ ҡала!

Төбәк етәксеһе булып эш башлаған тәүге айҙарҙа  уҡ  Радий Хәбиров ошо һүҙҙәр менән сығыш яһаны һәм коммуналь хеҙмәттәргә был мәсьәләне хәл итергә кәрәклеген белдерҙе. Баш ҡала бигерәк тә яҙ көндәрендә саң аҫтында ҡала. Сәбәбе – юлдарҙағы бысраҡтың  тейешенсә  таҙартылмауы....

24 апреля 2019
Смотреть видео Айби эн Бей Эфес  компанияһы Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү юлдарын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Айби эн Бей Эфес компанияһы Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү юлдарын билдәләй

Ширҡәт республика биләмәләрендә яңы сәнәғәт обьекттарын ҡороп, эш урындары асырға, шулай уҡ иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында берлектәге проекттар булдырыу тәҡдимен әҙерләгән. Ошо турала компания вәкилдәре һәм республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыу барышында әйтелде.  Яҡтар яңы...

24 апреля 2019
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге оло юғалтыу кисерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге оло юғалтыу кисерҙе

81-се йәшендә, ҡаты ауырығандан һуң Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев арабыҙҙан китте. Рауил Төхвәт улы 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуа. 30-ҙан ашыу шиғри йыйынтыҡтар, әҙәби баҫмалар һәм фәнни-тикшеренеү китаптары авторы. Айырым әҫәрҙәре немец, төрөк...

24 апреля 2019
Смотреть видео Республикала көндәр йылына | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көндәр йылына

 Рәсәй гидрометеорология үҙәгенән ошо хаҡта хәбәр итәләр. Белгестәр әйтеүенсә, быйыл апрель айы төбәк өсөн хас булмаған һыуыҡтар менән килде, шулай ҙа бөгөндән һауа температураһы ныҡлап йылынасаҡ. Ошо аҙна баштарына термометр бағанаһы көндөҙ уртаса 13-15 градусҡа күтәреләсәк. Ә төндәрен уртаса...

22 апреля 2019
Смотреть видео Себер ерендә башҡорт тирмәләре көмбәҙе | ГТРК «Башкортостан»

Себер ерендә башҡорт тирмәләре көмбәҙе

Рәсәй төбәктәре башҡорттарының мәҙәниәт көндәре төбәк-ара проекты дауам итә. Был  акция нигеҙендә 2013 йылдан башлап Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск, Пермь һәм Татарстан башҡорттары мәҙәниәте көндәре даими үткәрелде. 18 апрелдә   Ханты-Манси автономиялы округы...

22 апреля 2019
Смотреть видео “Йәш профессионалдар” | ГТРК «Башкортостан»

“Йәш профессионалдар”

Өфө һөнәр колледжында Ворлдскиллс-Раша “Йәш профессионалдар” етенсе милли чемпионатында “Баҫма технологиялары матбуғатта” йүнәлеше буйынса финал ярышында ҡатнашыу хоҡуғын алыу буйынса һайлап алыу туры тамамланды. Ярышта Башҡортостан, Татарстан республикалары, Һарытау, Ярославль, Мәскәү өлкәләре һәм...

22 апреля 2019
Смотреть видео Ҡатырғанан нефть заводы | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатырғанан нефть заводы

Ҡатырғанан завод ҡороп Берҙәм Дәүләт Имтиханына өҫтәмә тиҫтә балл ҡуш. Өфө уҡыусыларына ошондай ысулды Нефть кухняһы тәҡдим итә. Был бәйге еңеүселәрҙе билдәләмәй. Төп маҡсат – һәр бер айырым ҡоролманың тотош бер завод булып эшләп китеүе. Буласаҡ нефтселәрҙән берҙәм һәм татыу хеҙмәт талап ителә....

22 апреля 2019
Смотреть видео Нисек ялған орлоҡтарға юлыҡмаҫҡа? | ГТРК «Башкортостан»

Нисек ялған орлоҡтарға юлыҡмаҫҡа?

 Башҡортостан буйынса Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы орлоҡ магазиндарын тикшерә. Сифатлы орлоҡ ниндәй булырға тейеш? 98 йәшлек Анна Киршина үҫентеләрен ҡәҙерләп кенә ҡарай. Хәҙер нисәмә йылдар үрсетмәләр ултыртып, һәр береһенең нескәлектәрен белеп бөткән. Үҙ баҡсаңдағы йәшелсә, емеш-...

22 апреля 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров Сибай халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Сибай халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе

 Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы уҙған көн эш сәфәре менән урал аръяғы баш ҡалаһында булды. Ул экологик хәлде яҡшыртыуға көс һалған кешеләргә дәүләт наградалары тапшырҙы, ҡала халҡы менән аралашты, бер нисә социаль объектта булды. Йәш үҫентеләр Аблюзиндар ғәиләһе өсөн яңы тормош...

22 апреля 2019
Смотреть видео Сибайҙа туҡмас һәм бишбармаҡ етештерәләр | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа туҡмас һәм бишбармаҡ етештерәләр

Йәш эшҡыуарҙарҙың продукцияһы менән гипермаркеттар ҡыҙыҡһына башлаған.  Дилмөхәмәтовтар ғаиләһе милли ризыҡтарҙы етештереү менән өс йыллап шөғөлләнә. Ассортиментта әлегә туҡмас һәм бишбармаҡ. Тәүҙә бина ла, ҡоролмалар ҙа булмаған. Аҙаҡ улар 300 мең һум күләмендә субсидия алған. Тауар...

19 апреля 2019
Смотреть видео Подъездарҙы төҙөкләндереү | ГТРК «Башкортостан»

Подъездарҙы төҙөкләндереү

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһы эшләй башланы. 2019 йылда Өфөлә 1 мең 600 подъезд төҙөкләндереү ҡаралған. Флүр Ихсанов Октябрь Проспектының 84-се йортонда 30 йылдан ашыу йәшәй. Подъездарында күптән көткән ремонт эштәре башланды. Тирә яҡтағы саң, төҙөлөш сүп-...

19 апреля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда балаларҙы йөҙөргә өйрәтеүсе дәрестәр индерергә тәҡдим итәләр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда балаларҙы йөҙөргә өйрәтеүсе дәрестәр индерергә тәҡдим итәләр

Ошондай башланғыс менән йөҙөү буйынса Бөтә Рәсәй федерацияһы президенты Владимир Сальников сыҡты.  Ул республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашуҙа июлдә Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындарында файҙаланыласаҡ инфраструктура тураһында әңгәмәләште. Шулай уҡ, яңы спорт обьекттары төҙөлөшө...

19 апреля 2019
Смотреть видео «Ҡайнар йөрәк»тәр | ГТРК «Башкортостан»

«Ҡайнар йөрәк»тәр

Өфәлә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән балаларҙы тәбрикләнеләр. Был юлы тиҫтерҙәрен ҡотҡарыу өсөн ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған 3 бала «Ҡайнар йөрәк» билдәһе менән бүләкләнде. Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысы лауреаттарына һәм уларҙың ата-әсәләренә баш федераль инспектор Михаил Закомалдин оло...

19 апреля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Португалияның Мадейра утрауында туристар автобусы аварияға эләккән. Водитель транспорт менән идара итә алмай, боролошта юлдан төшөп китеп, бер йорттон ҡыйығына бәрелә.  Һөҙөмтәлә 29 кеше һәләк булған, 27-һе төрлө йәрәхәттәр алған. Портулагия прокуратураһы туристар ҡатнашлығындағы  был юл-...

19 апреля 2019
Смотреть видео Бушлай, тимәк сифатһыҙ, тигән фекер был осраҡта хаҡ түгел | ГТРК «Башкортостан»

Бушлай, тимәк сифатһыҙ, тигән фекер был осраҡта хаҡ түгел

Республикала граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙең һүлпән барыуы нимәгә бәйле. 2012 йылда ҡабул ителгән Закондың үтәлеше парламент уҡыуҙары көн тәртибенә сығарылды. Бушлай юридик ярҙамға дәғүә иткән граждандарҙың федераль ҡануниәт билдәләгән исемлеген төбәк законы йәнә киңәйтә....

19 апреля 2019
Смотреть видео Туғандаш республикалар хеҙмәттәшлек юлдарын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Туғандаш республикалар хеҙмәттәшлек юлдарын билдәләй

Өфөлә уҙған Татарстан көндәре йомғаҡтары һәм һөҙөмтәләре яҡын арала күренәсәк. Был турала ике төбәктеү етәкселеге белдерә. Әйткәндәй, киләһе йылға Татарстанда Башҡортостан көндәре үтәсәк. Үҙ халҡының йырын башҡарыуҙағы рухы һәм күңеле өсөн башҡорттарға айырым хөрмәт менән ҡараған татар әҙибе...

19 апреля 2019
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө

1982 йылдан алып билдәләнгән иҫтәлекле дата “Беҙҙең тарихи Ватаныбыҙҙы һаҡлайыҡ” девизы аҫтында үтә. Ул донъялағы мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм яҡлауға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатынан ойошторолған һәм халыҡ ҡомартҡыһы булып торған тарихи урындарыбыҙ, һәйкәлдәребеҙ хаҡында уйланырға,...

18 апреля 2019
Смотреть видео «Зөләйха күҙҙәрен аса» -  «Алтын битлек» фестивале лауреаты | ГТРК «Башкортостан»

«Зөләйха күҙҙәрен аса» - «Алтын битлек» фестивале лауреаты

16 апрель кисендә  бөтә театр  һөйөүселәр тура трансляция аша тулҡынланып Мәскәүҙең Ҙур театрында барған ваҡиғаны күҙәтте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Алтын битлекте алырмы? Һәм ниһайәт, тәүгеләрҙән булып театрыбыҙ исеме сәхнәнән яңғыраны. «Зөләйха...

18 апреля 2019
Смотреть видео Кеше хеҙмәтендә аҡса эшләү | ГТРК «Башкортостан»

Кеше хеҙмәтендә аҡса эшләү

Стәрлетамаҡ районынының поликлиникаларының береһендә табиптар өлкән шәфҡәт туташын хеҙмәткәрҙәрҙең  аҡсаларын урлауҙа ғәйепләй. Медицина учреждения коллективы ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткән. Наумовка ауылы поликлиника табиптары артабан нимә булырында белмәй. Улар һүҙҙәренсә бер-нисә ай...

18 апреля 2019
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ - талпандар! | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ - талпандар!

Өфөлә халыҡ күпләп ял иткән урындарҙы һәм пляждарҙы талпанға ҡаршы эшкәртәсәктәр. Ошо хаҡта республика дезинфекция үҙәгенән хәбәр итәләр. Алдан билдәләнгән график буйынса, талпанға ҡаршы эшкәртеү 22 апрелдә башлана һәм 8 майға тиклем дауам итә. Иң беренсе парктарға, скверҙарға һәм баҡсаларға,...

18 апреля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

СУ-25СМ самолеттары экипаждары Ҡырғыҙстанда Кант хәрби базаһындағы күнекмәләр ваҡытында тау һырттарында йәшеренгән шартлы дошманды юҡ итте. Летчиктар шулай уҡ тауҙар араһында ҡатмарлы пилотаж элементтарын өйрәнгән. Күнекмәләрҙә 10 самолет һәм 200 белгес ҡатнашҡан.  Норвегиянан 39 йәшлек...

18 апреля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда татар әҙәбиәте көндәре сиктәрендә татар яҙыусылары Өфөнөң 84-се татар гимназияһы уҡыусылары менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда татар әҙәбиәте көндәре сиктәрендә татар яҙыусылары Өфөнөң 84-се татар гимназияһы уҡыусылары менән осрашты

Ҡунаҡтар асыҡ дәрестәрҙе ҡараны, мәктәптең музей күргәҙмәләрен ҡараны. Балалар туған телде генә түгел, ә татар халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм йолаларын яҡшы белгәнен күрһәтте. 84-се татар гимназияһы Өфөлә 15 йыл элек асылғайны. Бөгөн бында мең дә өс йөҙ бала белем ала. 51 кластың 32–һендә татар...

18 апреля 2019
Смотреть видео Ике республика араһында әҙәби күпер | ГТРК «Башкортостан»

Ике республика араһында әҙәби күпер

“Ике республика араһында әҙәби күпер” тип аталды Татарстан көндәре сиктәрендә үткән киләһе сара. Башҡортостан  яҙыусылары берлеге күрше республика делегаттарын   ҡабул итте. Башҡортостанда – татар, Татарстанда башҡорт яҙыусыларының китаптары баҫылып сыға, элек-электән  ҡыуаныс-...

18 апреля 2019
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика