Кейеҙ баҫыу оҫталары күргәҙмәһе

Ижад менән мауығыу яҙыҡ түгел. Халыҡ кәсептәре киң үҫешкән төбәктә мөмкинлектәр ҙә бай. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, кешеләр үҙешмәкәр ижад менән шөғөлләнергә, йәш быуын менән тәжрибә уртаҡлашырға, оҫталыҡтарын юғалтмаҫҡа тейеш. Ошо фекерҙе беренселәрҙән кейеҙ баҫыу оҫталары ҡеүәтләп Өфөлә үҙҙәре эшләгән әйберҙәр күргәҙмәһе менән үҙенсәлекле кәсепселектең көнүҙәк мәсьәләре буйынса кәңәшмә ойошторҙо. Мәскәү йүнселе Татьяна Загайнова үҙе биҙәп баҫҡан быйма өлгөләрен күрһәтә. Был мауыҡтырғыс эш менән 2013-сө йылда, ижад түңәрәгендә шөғөлләнгән ҡыҙым арҡаһында ҡыҙыҡһынып киттем, ти оҫта. Тәүҙә кейеҙ менән булышыу ял итеү, ҡул эше ысулы булһа, хәҙер отошло эшҡыуарлыҡ төрөнә әүерегән. Мәскәүҙә һатыу һәм сеймал алыу юлдарын табыуы еңел, оҫталар төркөмгә тупланып уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе яйға һалған. Уларҙың тап ошо тәжрибәһен Башҡортостан кейеҙ баҫыусылары өсөн өлгө итеп алырлыҡ. Республиканың кәсепселәр берлеге йәмәғәт ойошмаһы идараһы ағзаһы Земфира Шемчук та халыҡ ижады төрҙәре менән шөғөлләнеүселәргә берләшергә кәрәк, тигән фекерҙә. Халыҡ кәсептәрен үҫтереү бер юлы бер нисә мөһим мәсьәләне хәл итер ине. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова кейеҙ баҫыу оҫталығы дәресендә алған тәьҫораттарын уртаҡлашып, был һөнәр рухи яҡтан байытып, буш ваҡытты тулыландырып ҡына ҡалмай, уңышлы йүнселлеккә лә нигеҙ һала ала, тип белдерҙе. Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы иһә халыҡ кәсептәренең башҡа төрҙәрен үҫтереүҙә ыңғай йүнәлештәр билдәләй башлаған да инде. Республиканың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рөстәм Камалетдинов кейеҙ оҫталарына ла тауарҙы һатыуға сығарыу мөмкинлектәрен киңәйтеүҙә булышлыҡ итергә әҙербеҙ, тип ышандырҙы. Еүеш әүәләү – кейеҙ баҫыу оҫталығының иң боронғо төрө. Һабынлы һыу һибеп ышҡығанда йөн буталып үҙле туҡымаға әйләнә. Ошо ысул менән яһалған кейеҙ көнкүрештә, кейемдә, биҙәүестәрҙә ҡулланыла һәм шуға ла киң ихтыяждан файҙалана. Кейеҙ баҫыу төрҙәре һаны кеүек үк йөн төрҙәре лә бихисап. Сеймалды оҫталар әлегә сит илдән ала, шуға әҙер тауар ҡиммәткә төшә. Үҙебеҙҙең илдә етештерелгән йөн ҡулланыу өсөн һарыҡ аҫраусыларҙың   йөн сифатын яҡшыртыу, мал тоҡомон яңыртыу бурыстарын үтәүе кәрәк. Бәлки ошо берҙәмлеккә лә өлгәшкәндә халыҡ кәсептәре лә юғалмаҫ, ауыл хужалығы ла нығыныр ине. 



Яндекс.Метрика