Кибеттәр буйлап рейд

Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек эмбаргоһына эләккән илдәрҙән индерелгән продукцияны юҡ итеү тураһындағы ҡарары ғәмәлгә ашырыла башланы. Рәсәйҙең ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтендә махсус бойороҡҡа ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, төбәктәрҙәге идаралыҡтар етәкселәре санкцияға эләккән аҙыҡ-түлекте юҡ итеүгә шәхсән яуап бирәсәк.  Өфөлә  кибеттәргә тәүге рейдта беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты.   Өфөләге билдәле супермаркет. Идара итеүсе булмаһа ла, таможня,  Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы  хеҙмәткәрҙәренә магазинды ҡарап сығырға рөхсәт иттеләр. Кәштәләрҙә сит ил тауарҙары бар, тик ни сәбәптәндер уларҙың ҡайһы илдә етештерелгәне яҙылмаған. Америка  Ҡушма Штаттары, Канада, Австралиял, Норвегияла етештерелгән һыйыр, сусҡа, ҡош-ҡорт итенә,  балыҡҡа, сыр, һөт, сәтләүектәргә һәм башҡа аҙыҡ-түлеккә бер йылға сикләү ҡуйылған. Магазин кәштәләрендә күренгәндәрен дә юҡҡа сығарырға тигән ҡарар ҡабул ителгән. Бының менән килешмәүселәр ҙә бар. Рәсәйҙә 250 мең кеше санкцияларға эләккән тауарҙарҙы юҡҡа сығармау тураһында һорап петицияға ҡул ҡуйған. Халыҡ тыйылған аҙыҡ-түлекте мохтаждарға, күп балалы, фәҡир ғаиләләргә  таратырға тәҡдим иткән.Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, тыйылған аҙыҡ-түлекте һатыусыларға ҡарата киләсәктә енәйәт эше лә ҡуҙғатылыуы ихтимал. Был иһә Рәсәйгә контрабанда юлы менән индерелгән тауарҙарҙы ҡырҡа сикләр тип көтөлә.

Яндекс.Метрика