Киләһе аҙнала Санкт-Петербург ҡалаһында халыҡ-ара иҡтисади форум үҙ эшен башлай

Унда быйыл Республика башлығы етәкселегендә Башҡортостандандан да ҙур делегация барасаҡ. Форумда ҡатнашыу донъяның эшлекле даирәләре менән туранан-тура бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге бирә. Унда Башҡортостандың экспозицияһы ла ҡуйыласаҡ. Ҡунаҡтар республиканың инвестиция ҡеүәте, ошо өлкәләге проекттар менән яҡындан таныша ала. Башҡортостан вәкилдәре иҡтисад форумы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүгә етди этәргес бирер, тип ышана. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының да эшлекле ултырышы үтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов беренсе инвестиция мөрәжәғәте менән сығыш яһаны. Был өлкәләге төп бурыстарҙың береһе – тулайым төбәк тауар әйләнешендә инвестиция күләмен егерме бер – егерме биш процентҡа тиклем еткереү. Кластерҙар, индустриаль парктар булдырыу иҡтисад өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәр исемлегенә индерелде.

Яндекс.Метрика