Кочкиндың килем йортон емергәндәр

Бөгөн Аксаков һәм Чернышевский урамдары киҫелешендә урынлашҡан Тарихи йорт 20-се быуат башында төҙөлгән. Белгестәр әйтеүенсә, яҡынса 1910 йылда уға нигеҙ һалынған. Ваҡытында бина Кочкиндың килем йорто булған. Бер нисә йыл элек торлаҡ янған һәм кешеләрен күсергәндәр. Һуңынан мәҙәни ҡомартҡының ишек-тәҙрәләрен ҡатып ҡуйғандар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әлегә билдәһеҙ ойошма тарихи объектты емереп, күп ҡатлы бина төҙөргә ниәтләй. Экскаватор тарихи йорттоң көньяҡ стенаһын емергән. Техника водителен полиция хеҙмәткәрҙәре алып киткән. Ваҡиға буйынса тикшереү бара. 

Яндекс.Метрика