Коллекторҙар башбаштаҡлығы сигенән сыға

Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында йәшәүсе пенсионер улының түләнмәгән бурысы өсөн берҙән-бер һыйырынан ҡалған. Коллекторҙар ерҙе, йортто тартып алыу, ут һәм газды һүндереү менән ҡурҡытып ғаиләнең малын тейәп алып китә. Алмира Нурмөхәмәтова күршеләре менән был хәлдең нисек булғанын һаман аңлап бөтә алмайынса аптырана. Бөтә ғаилә менән күҙ ҡарап торған бер бөртөк һыйырҙы коллекторҙар тейәп алып китә. Пенсионер ҡулында бер табаҡ ҡағыҙ менән тороп ҡала. Коллекторҙар малды бурыс өсөн алдыҡ тигән расписка ҡалдыра, әммә беҙ улар менән бәйләнешкә сыҡҡан ваҡытта һыйырҙы тейәп алып китеүҙәрен тулыһынса инҡар иттеләр.Бөтә бәләнең сәбәпсеһе – уның кесе малайы, 23 йәшлек Илдус Нурмөхәмәтов ҡасандыр кредитҡа 10 мең һумлыҡ телефон һатып алған, документта әйтелеүенсә, әлеге көнгә уның бурысы 27 меңдән ашып киткән. Тик күптән инде икенсе районда йәшәгән улы был адрес буйынса иҫәптә генә тора. Пенсионер, хәленән килгәнсә улына ярҙам да итеп ҡарай, кредит түләү һылтауы менән Илдус 50 меңгә яҡын аҡса алып китә.Юристар билдәләүенсә, коллекторҙарҙың бурыс өсөн мөлкәтте тартып алырға хоҡуғы юҡ, быны суд приставтары ғына башҡара ала. Ә был осраҡта әсә кеше улы өсөн кредит ҡайтарырға бөтөнләй тейеш булмаған.Коллекторҙар тураһында закон әлеге ваҡытта өйрәнелә генә, тимәк уларҙың эшмәкәрлеге лә законһыҙ. Ҡала ерендә улар менән нисек һөйләшергә кәрәклеген кеше аңлап бөткән, йортҡа килһәлар шунда уҡ полиция саҡыртыла. Ә бына үҙ хоҡуҡтарын белеп етмәгән ауыл кешеһе был мутлашыусылар ҡапҡанына эләгә. Был осраҡ быға тағы бер дәлил. 

Яндекс.Метрика