Ҡот осҡос аварияла водитель иҫән ҡалған

Иглин районындағы авариянан һуң Шевроле водителе һәм уның 18 йәшлек пассажиры дауаханаға һалынған. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Шевроле водителен ғәйепле тип табыуҙары ихтимал. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Иглин районы биләмәһендә Шевроле Круз автомобиле фураны ҡыуып үтеп барған ваҡытта уның яҡтауына тейеп ҡаршы килеүсе йөк машинаһы менән барелешә, еңел автомобиль менән ыңғай йүнәлештә хәрәкәт итеүсе ике йөк автомобиле лә аварияға эләгә. Һөҙөмтәлә шевролела ултырған 7 йәшлек һәм 11 айлыҡ бала, тағы ла йөк автомобиленең водителе һәләк була. Һуңғараҡ ошо уҡ фура пассажиры 40 йәшлек ҡатын дауаханала ғүмере өҙөлдө. 

Яндекс.Метрика