Кушнаренко районында көслө дауыл менән ҡойма ямғыр эҙемтәләре бөтөрөлә

Бындай емергес елдең был яҡтарҙа 20 йыллап булғаны юҡ ине, ти халыҡ. Көнбайыштан килгән ике ҡойон йорт ҡыйыҡтарын, һарай баштарын, ҡоймаларҙы алып осорған.

Бәлә-ҡазаға тарыған ауыл халҡы әле зыян күләмен асыҡлай. Ике ғаилә бөтөнләй торор урынһыҙ ҡалған, 39 йортта йорт-ҡура ҡаза күргән, урта мәктәптең ҡыйығы тулыһынса емерелгән. Дауыл 2 километр арауыҡта электр сымдарын өҙөп, телефон бәйләнешен юҡҡа сығарған. Электр селтәре иһә иртәнге дүрткә тулыһынса төҙөкләндерелгән. Район хакимиәтенең мобилизация эше һәм граждандар оборонаһы буйынса баш белгесе Денис Мөьминов әйтеүенсә, ентекле иҫәпләүҙәргә тиклем билдәләнгән зыян күләме 2 миллион 800 мең һум тирәһе. Һәләк булыусылар, сәләмәтлегенә зыян килеүселәр юҡ. Бөгөн хакимиәт көсө, ауыл халҡы тырышлығы менән афәт эҙемтәләре бөтөрөлә. 

Әлеге ваҡытта районда ғәҙәттән тыш хәл иғлан итеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Дауыл урынында халыҡҡа йорт-ҡаралтыларҙы йыйыштырыу, сүп-сар сығарыу буйынса ярҙам күрһәтелә. 

Яндекс.Метрика