Кушнаренкола өр-яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы ҡулланыуға тапшырыласаҡ

Бассейнлы, спорт заллы үҙәк тиҙҙән тәүге спорт һөйөүселәрен ҡабул итә.Район хакимиәте ярҙамы менән физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөүгә 109 млн һум йәлеп ителгән. Объект  2013 йылдың ноябрендә төҙөлә башлаған.  Ике ҡатлы бинала волейбол, мини-футбол, теннис залдары, шулай уҡ балалар һәм ололар өсөн бассейн урынлашасаҡ. Үҙәктә тренажер залдары, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн лифт, душ, ашау һәм башҡа бүлмәләр ҡаралған. Әүҙем ял һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлыҡтары булған үҙәк хаҡында Кушнаренко районында күптәнән хыялланғандар.

Яндекс.Метрика