Ҡырмыҫҡалы районында биш мең алмағастан торған яңы баҡса ултыртыласаҡ

Башҡортостанда емеш-еләк баҡсалары күбәйә. Хәҙер Ҡырмыҫҡалы районында биш мең алмағастан торған яңы  питомник ултыртыласаҡ. Баҡсасылар республика ерлегенә яраҡлаштырылған алмағастар үҫтерергә ниәтләй. Боҙаяҙ алмаларын хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин да тәмләп ҡараны.

Рәсәйҙең сит илдәрҙән емеш-еләкте индереүҙе сикләүен урындағы етештереүселәр иң ҡулай ысул, тип иҫәпләйҙәр хәҙер ил аграрийҙары. Француз алмалары, Голландия сәскәләре урынына Башҡортостанда үҫтерелгән емеш-еләк беренсенән хаҡы менән арзаныраҡ, икенсенән иһә экологик яҡтан таҙа ризыҡ һанала. Боҙаяҙҙа бөгөн алма уңышын йыялар. Тиҫтәләрсә тонна емеш республика ғына түгел, ә Ырымбур, Һарытау, Һамар өлкәләре ҡулланыусыларын тәьмин итергә лә етә. Дәүләт ярҙамына ысынлап та мохтаж бөгөн йүнселдәр. Тәү нәүбәттә ул сауҙа өлкәһе, хәл ителмәгән төп мәсьәләләр иҫәбендә шулай уҡ уңыш һаҡлау өсөн базаларҙың иҫкереүе. Бер нисә йыл элек республикала картуф- йәшлесә, емештәр өсөн ҡышҡы келәтәттәр төҙөү утраһында һүҙ булһа ла, был проект һаман да ҡағыҙҙа ғына ҡала. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән Ҡояшлы Боҙаяҙ йәмғиәте киләсәктә алма питмонигын тиҫтәләрсә гектарға тиклем еткерергә ниәтләй. Үҫентеләр, эшселәр менән ҡатмарлыҡ булмаҫҡа тейеш. Буш ятҡан был биш гектар ерҙә тағы ла 4 йылдан биш мең алмағастан торған баҡса үҫәсәк. Урындағы етештетереүселәр сығымдарҙың  үҙен аҡлаясағын ышана. Француздар, мәҫәлән, башҡорт алмаһы менән ҡыҙыҡһыныу белдерә. Бер нисә йылдан Париждың төп ресторандары Боҙаяҙ алмалары һуттарын тәҡдим итәсәк. 

Яндекс.Метрика