Ҡырмыҫҡалы районында ,,Сыңла салғы,, республика фольклор байрамы үтте

Унда Мәскәү һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәре ҡатнашты. Бишауыл-Уңғар ауылынан Рәүеф Күсемов үҫмер сағынан ҡул менән бесән саба. Ул оло йәштә булһа ла салғыны ташларға уйламай.Конкурсҡа республика район-ҡалаларынан бихисап кеше саҡырылды. Улар бесән сабыуҙа ғына түгел, салғы үткерләүҙә лә состарҙы асыҡланы.Фестивалдә Шос һәм Брикс илдәре саммиттарына килгән Мәскәү һәм Ҡырғыҙстан делегациялары ҡатнашты. Ҡунаҡтар төрлө спорт сараларында, конкурсттарҙа үҙ көстәрен һынаны. Уларға халҡыбыҙҙың милли йолаларын күрһәттеләр, милли аш-һыуҙан ауыҙ иттерҙеләр. „Сыңла салғы„ республика конкурсы бер нисә йыл ғына үткәрелә. Ошо арауыҡ эсендә ул халыҡ араһында билдәлелек яулап өлгөрҙө.  Сараның төп маҡсаты – халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу, ти Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.Бесән сабыу буйынса ярышта барлыҡ педъесталды хужалар яуланы. Ир-егеттәр араһында Подлубов ауыл биләмәһенән Андрей Иванько беренселекте бирмәһә, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ольга Андрееваға етеүсе булманы. 

Яндекс.Метрика