Ҡырмыҫҡалы районындағы Ефремкин ауылында йәшәүселәр ярҙам һорай

Урындағы пайсылар иген һаҡлау келәтен ситтән килеүселәр тартып ала, тигән фекерҙә. Ауыл халҡы пай ерен ҡуртымға тапшырған өсөн бирелгән ашлыҡты ҡайҙа ҡуясаҡ һуң.

Булғанынан булмағаны яҡшыраҡ. Ҡырмыҫҡалылағы Ефремкин ауылын иҡтисади үҙгәрештәр, заман һулышы урап үтмәгән. Киреһенсә, райондағы иң ҙур йәмғиәттәрҙең береһе булған Ленин исемендәге колхозда һуңғы йылдарҙа хужалар кәм тигәндә өс-дүрт тапҡыр алышына. Инвесторҙар аҡсаларының төп файҙаһы – һәр 5 гектар өсөн 2  ярым центнер бойҙай. Пай майҙандары өсөн түләнгән иң ҙур ярҙам ошо. Ауыл халҡы хәҙер башҡарма власть органдарынан ярҙам һорай. 

Ефремкин пайсыларының 3 мең гектар ере бар. Бойҙай, күп йыллыҡ үләндәр майҙанының бер өлөшө ҡуртымға бирелгән. Тик хәҙер уңышты һаҡларға урын юҡ. Быға тиклем булған келәттәр иҫкергән. Иң яңыһына иһә ситтән  килгәндәр ҡул һуҙа, ти ауыл халҡы. 

Тимер келәт хәҙер алыш-биреш тауарына әйләнә. Пайсылар ауыл хакимиәте башлығы амбарҙы башҡаларға бирелеүе тураһындағы ҡағыҙға ҡул ҡуйған, тип иҫәпләй. Майҙандарҙы ҡуртымға алыусылар иһә аҡса, бойҙай урынына сифатһыҙ ашлыҡ биреүҙән дә тартынмай. 

Пайсыларҙың дәғүәләре урынһыҙ, тигән фекерҙә Ҡырмыҫҡалы хакимиәте вәкилдәре. Беренсенән, һарай пай милке түгел, уның хужалары башҡа. Икенсенән келәт кем иген үҫтерә, шуның файҙаһына эшләйәсәк.  Ауыл халҡы ла арыш-бойҙайҙы ошонда һаҡлай ала. Тик Ефремкинда йәшәүселәр бар ғәйепте урындағы хакимиәткә япһарыр алдынан, ауыл еренә килгән инвесторҙар  тураһында уйларға тейеш. 

Ефремкинда йәшәүселәр өсөн иген келәте айырым әһәмиткә эйә. Тап ошонда киләһе сәсеү өсөн орлоҡ, башҡа сеймал һаҡлана. 

 

Яндекс.Метрика