Ҡыҙыл китапҡа ингән һоро торналар йылы яҡҡа йыйына

Орнитологтар билдләләүенсә, һуңғы йылдарҙа уларҙың һаны күпкә кәмегән. Торналарҙы республиканың  һирәк райондарында ғына осратырға мөмкин. Йылы яҡтарға осҡанда улар  йыл да Кушнаренко районында ялға туҡтай. Ҡоштар тауышҡа  һиҙгер, эргәләренә яҡын ебәрмәй. Илмир Камалов ун йылдан ашыу ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау хеҙмәтендә эшләй. Тәжрибәле егерь әйтеүенсә, торналарҙы борсоусы булмаһа, улар йыл һайын өйрәнгән ерҙәренә төшә. Белгестәр әйтеүенсә, торналарҙың бик ҡыҙыҡлы үҙенсәлеге бар. Хәүеф һиҙһәләр, хатта парлашып туҡланып торған ҡоштар ҙа сиратлап ашай башлай. Улар ҙа аҡҡоштар кеүек бер-береһенә тоғро. Торналар беҙҙең халыҡта изге ҡош. Билдәле булыуынса ҡоштарҙы үлтерергә, итен ашарға ярамай. Улар оя ҡорған ер ҙә изге һанала. Халҡыбыҙҙа торналар менән бәйле ышаныу-юрауҙар күп. Шуларҙың береһе 1-се октябрға тиклем ҡоштар йылы яҡҡа осоп китмәй икән, тимәк ноябрь йылы киләсәк. Күреүебеҙсә, изге ҡоштар йәйләгән урындарын ҡалдырып китергә ашыҡмай, шулай булғас ҡыш йылы килер тип юрарға мөмкин. 



Яндекс.Метрика