Меморандумға ҡул ҡуйылды

Бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында  Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, Бөтә Рәсәй Авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты, Өфө дәүләт авиация һәм техник университеты, Рәсәй фәндәр академияһының тимер һығылмалылығы мәсьәләләрен өйрәнеүсе институт етәкселеге хеҙмәттәшлек һәм бергә эшләү тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Өфө дәүләт авиация һәм техник университеты нигеҙендә заманса технологиялар ярҙамында тимерҙән еңел ҡатнашмалар эшләү буйынса үҙәк асыу планлаштырыла. Меморандум учреждениелар араһында белгестәр менән алышыу, йәштәрҙе уҡытыу, уртаҡ проекттар өҫтөндә эшләүҙе күҙ уңында тота.



Яндекс.Метрика