Мәләүез районындағы фажиғә сәбәптәре

Аяҡтарын өҙҙөргән туғыҙ йәшлек бала бөгөнгә дауаханала

Мәләүез районында туғыҙ йәшлек малайҙың комбайн аҫтында ҡалыу сәбәптәрен асыҡлайҙар. Кукуруз баҫыуындағы фажиғәлә  баланың аяҡтары өҙөлдө.  Ҡазаға тарыған сабыйҙы  сапҡыстан алыу өсөн генә лә сәғәт ярым ваҡыт кәрәк була.  Мәләүез районындағы фажиғә уҙған йома булһа ла,  бәләнең төп сәбәптәре дүшәмбе көн генә асыҡланды. Төбәктәге Нордовка ауылы янындағы ғәҙәттән тыш хәлгә аныҡлыҡ индереү тикшереү органдарына йөкмәтелгән. Әлегә шуныһы ғына билдәле, туғыҙ йәшлек малай тәрбиләнгән ғаилә Мәләүезгә дүрт йыл элек күсеп ҡайтҡан. Кукуруз  баҫыуына иһә сабый әсәһе һәм тағы ла бер туғаны менән килгән. Улар янынан машина өс метр яҡынлыҡта ғына үтеп китһә лә, балалар тоҡтарға башаҡтар тултырыуҙан туҡтамаған. Бала эләккән комбайн әлегә урындағы хужалыҡтың трактор паркына ҡуйылған. Бәлә мәлендә баҫыуҙа эшләгән барлыҡ механизаторҙар ҙа руль артындағы комбайнсының ғәйепле булмауын иҫбатлай.  Әгәр ҙә ул ваҡытында туҡтап өлгөрмәһә, сабый үлән тураҡлаусы барабанға эләгеп, йән бирер ине. Аяҡтарын өҙҙөргән туғыҙ йәшлек бала бөгөнгә Салауат ҡалаһындағы дауаханала. Уның ғүмере өсөн клиника табиптары көрәшә. Ә  кооперативтың кукуруз баҫыуында эштәр туҡтатылған. Техник культураны  урыуға  тикшереү тамамланғас ҡына төшәсәктәр. Баланың ни өсөн яңғыҙы йөрөүөн махсус комиссия асыҡлаясаҡ.

Яндекс.Метрика