”Молодость” үҙенекен итә

Башҡала  халҡының күбеһе  йәйге ваҡытын ҡаланан ситтә  үткәрә. Үҙ көсө  менән йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтереп алыуҙы хуп күрә. Бәғзеләре уңыштарын  йыйып алып, яҙғылыҡҡа ерҙәрен әҙерләү менән булышҡан ваҡытта, Өфө районы Зубово ауыл советына ҡараған “Молодость” баҡсаһында бөтөнләй башҡа хәстәр менән яналар.Өфөнән 15 километр алыҫлыҡта урынлашҡан был баҡсала  200 ашыу ғаилә  быйыл  34 –се  көҙөн ҡаршылай. Тик йыйып алған уңыштарына һөйөнөп түгел, ә баҡсаларын юғалтыу ихтималлығына борсолоп. Уларҙың баҡсаларына алып килгән юл киҫеме бер ай элек  барлыҡҡа килгән кәртә  сиктәрендә ҡалған.  Баҡсасылар прокуратураға хат яҙған һәм әлеге ваҡытта унан яуап көтә. Ер биләмәһендә ҙур йорттар ҡалҡып сыҡһа, яңы хужалар шлагбаумдар ҡуйып, бөтөнләй юлды киҫәсәк, тип борсола улар. Тиҙ арала ҡоймаларҙың ҡалҡып сығыуы, эшселәрҙең көн дә күренеүе, баҡсасыларҙы хафаға һалған. Тик кәртә эсендә  ҡалған юлдан башҡа уларҙы дренаж системаларының юҡ ителеү ихтималлығы ла хәүефләндерә. Баҡсасылар ҡасандыр  үҙ көсө менән урынлаштырған  дамба  ла  кәртәләнгән биләмә  сиктәрендә ҡалған. Яҙғы ташҡын ваҡытында ошо туғайҙы тулыһынса Дим йылғаһы баҫа, ти баҡсасылар. Ерҙең хужаларына, һыу баҫмаһын өсөн, шлюзды асырға тура киләсәк. Ә был осраҡта 600-ҙән ашыу баҡса йорто һыу аҫтында ҡала. Әлегә юл үткән ер асыҡ. Ерҙе ҡуртымға алыусы  Александр Баутский беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡмай, тип борсола халыҡ. Ә Һуңғыһы үҙ сиратында,  Өфө районы хакимиәте менән яңы юл төҙөтөү килешелгән, баҡсасылар бөтә документтар менән дә таныш, тип белдерә. Әгәр ҙә Александр Баутский һүҙендә тормаһа, граждандар кодексында  был хәлдән сығыу юлдары ла бар, тип белдерә юристар.Баҡсасылар юл барҙа бөтә уңыштарын йыйып алырға, ерҙәрен  ҡышҡылыҡҡа әҙерләрг ашыға. Киләһе яҙҙан улар ни көтөргә лә белмәй: яңы  мәшәҡәттәрме, әллә яңы юлмы?



Яндекс.Метрика