Наталия Беспалованы һуңғы юлға оҙаттылар

Иглиндә Төрикиәләге ял ваҡытында һәләк булған сәйәхәтсе Наталия Беспалованы һуңғы юлға оҙаттылар. Мәрхүмәнең ғүмере Денизли – Анталья юлындағы аварияла өҙөлгәйне. Памуккаленан ҡайтып килгән туристарҙың автобусы юлда фажиғәғә тарыны. Натальяның мәйетен 11-се август көндө аэропорттан туғандары барып алды. Страховкалау компанияһы табутты Өфө аэропортына тиклем генә килтергән, ҡалған йөҙ километрҙы мәрхүмдең туғандары үҙ кеҫәһенән түләгән. Страховка иғәнәләре менән дә билдәле түгел ти Натальяның апаһы Ирина Кабинова.Юлламаға ярашлы, Наталья 8-се август Төркиәнән кайтырға тейеш була. Һуңғы тапҡыр ҡыҙ телефон аша  әсәһе менән һөйләшә, барыһына ла бүләктәр алыуы, рәхәтләнеп ял итеүе тураһында әйтә.Беспаловтар ғаиләһе өсөн стаховка иғнәләрен алыуҙа ла аңлайышһыҙ хәл килеп сыҡҡан. Көн һайын Төркиәнән адвокат тәҡдиме менән килешегеҙ, тип шылтыраталар. Хеҙмәттәре өсөн страховкалау суммаһының дүрттән бер өлөшөн һорайҙар. Башҡаса эшләһәгеҙ, аҡсағыҙҙы ала алмаясаҡһығыҙ, тип белдерәләр.  Натальяның әсәһе Алевтина өсөн хәҙер иң мөһиме ҡыҙының Төркиәлә ҡалған әйберҙәрен, фотоаппаратында төшкән һуңғы кадрҙарын күреү.Натальяның апаһы Ирина Кабинова әйтеүенсә, Иглин хакимиәте яҡшы адвокат табырға ярҙам итәсәк.Ошо йорттан Наталья Беспалова бер йыл элек фатир ала. Тик  ремонт эшләгәндән һуң  унда дүрт ай ғына йәшәп өлгөрә. Һуңғы юлға ла Натальяны йорто эргәһенән оҙаттылар.Алда ауыр ҡайғы кисергән ғаиләне суд ҡарарҙары көтә.   

Яндекс.Метрика