“Өфө” аэропортына - дүрт “йондоҙ”

Халыҡ-ара “Өфө” аэропорты пассажирҙарҙы хеҙмәтләндреү сифаты өсөн дүрт “йондоҙ” алды. Тармаҡтың абруйлы “Авиапорт” агентлығы эксперттары тикшереү үткәреп ошондай ҡарарға килгән. “Дүрт йондоҙ — ул юғары баһа һәм ғорурланырға урын бар”,- ти аэропорттың генераль директоры Александр Андреев. Әйтергә кәрәк, республикабыҙҙың төп һауа ҡапҡаһы хеҙмәтләндергән пассажирҙарҙың һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында. Аэропорттың хеҙмәттәре менән  40-тан ашыу Рәсәй һәм сит ил авиакомпаниялары файҙалана.   Июль айында Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә башҡалабыҙҙың  һауа ҡапҡалары тулыһынса тиерлек үҙгәртеп ҡоролодо. Бында хәҙер бөтә төр самолеттар ҙа ултыра ала.  

Яндекс.Метрика