Өфө амфитеатрында – Башҡорт туйы

Өфө амфитеатрында  милли йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ менән байытылған тамаша – Башҡорт туйы күрһәтелде.  Сараны ойоштороуҙа  республикабыҙҙың башҡорт мәҙәнәтен өйрәнеүсе белгестәр, танылған актерҙар ҡатнашты.

Кәләш алыу етди эш, шуға ла бөгөнгө тамашаның төп геройҙарының береһе Айнур Утарбаев  бер аҙ тулҡынлана. Тамаша уйын ғына булһа ла барыһын да күңеленән үткәрә ул. Кәләшем менән 3 йыл элек өйләнешһәк тә бөгөн ваҡиға яңынан ҡабатлана, ти ул. Сценарийҙы әҙерләүҙә халыҡ мәҙәниәтен өйрәнеүсе белгестәр ҡатнашҡан. Бөтә йолалар ҙа боронғо ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып башҡарыла. Ҡыҙ йәшереү, кейәү билбауы тағыу, һандыҡ һатыу кеүек туй күренештәренән тыш кейәү менән кәләшкә йылдамлыҡ, көс һәм саялыҡтарын да күрһәтергә кәрәк ине. Ырыу батырҙары, ағинәйҙәр йәштәргә барыһын да теүәл үтәргә ярҙам итте. Килгән ҡунаҡтар ситтән тамаша ҡылып ҡына ҡалманы милли байрамдың уртаһында ҡайнаны. Ғөрөф-ғәҙәттәр менән байытылған байрам бигерәк тә сит ил ҡунаҡтарының күңеленә хуш килде. Ҡытайҙан килгән туристы ШОС һәм БРИКС саммитары үткән тарихи урындар ҡыҙыҡһындырһа Италия һәм Испания студенттары башҡорт халҡынның йолалары  менән яҡындан танышырға тип килгән. Улым һиңә әйтәм киленем һин тыңла, тигәндәй туйҙа ағинәйҙәр, ырыу батырҙары әйткән фәһемле һүҙҙәрҙе байрамда ҡатнашҡан һәр тамашасы күңеленә һала барҙы.  Ватан этноауылында башҡорт туйының иң мөһим һәм ҡыҙыҡлы йолалары әле бер нисә тапҡыр күрһәтеләсәк, ти ойоштороусылар. Әммә бөгөн байрамға эләккән тамашасылар үҙе менән башҡорт иленән иң йылы тәьҫораттар алып ҡайтҡандыр. 

Яндекс.Метрика