Өфө декларацияһы

Ә кисә кисләп БРИКС саммиты үҙ эшен йомғаҡланы. Барлығы 6 документ ҡабул ителде, уларҙың икәүһе тарихҡа баш ҡала исеме менән инеп ҡалды, шул иҫәптә Өфө декларацияһы ла бар.  Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандағы  БРИКС саммитына йомғаҡ яһап, халыҡ-ара сараның бай һәм йөкмәткеле үтеүен белдерҙе. Абруйлы сараның Бөйөк Еңеүгә  һәм Берләшкән милләттәр ойошмаһына етмеш  йыл тулған мәлдә үтеүе лә донъя йәмғәтселегенә тыныслыҡты, тотороҡлоҡто, хәүефһеҙлекте һаҡлау маҡсатында берләшеү кәрәклеген иҫкәртә тине ҡатнашыусылар. 

Яндекс.Метрика